

Фәнәзиә Исмәғзәм ҡыҙы Асҡын районының Муллаҡай ауылында тыуған. Бала сағы һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа үтә. Дүртенсе кластан һуң хеҙәмт юлын башлай. 18 йәшендә Йылайыр егете Мир Ғәниулла улына кейәүгә сыға һәм уның тыуған яғына күсеп килә.
Фәнәзиә Исмәғзәм ҡыҙы ғүмере буйы «Матрай» совхозында быҙау ҡараусы һәм һауынсы булып эшләй. Ҙур ғаиләне ашатыу өсөн Такаловтар ҙур ярҙамсы хужалыҡ тота.
Такаловтар ун балаға ғүмер бирә. Бөгөн Фәнәзиә Исмәғзәм ҡыҙының 22 ейән-ейәнсәре, 5 бүлә-бүләсәре бар. Оло йәштә булһа ла ул йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша, өмәләргә сыға.