Йәмғиәт
6 Августа , 10:27

Вәлиевтарҙың өлгөлө ғаиләһе

Күптән түгел Башҡортостандың баш ҡалаһында тәүге тапҡыр күсемһеҙ милек хеҙмәткәрҙәре араһында «Күсемһеҙ милек батшабикәһе» матурлыҡ конкурсы үтте. Дәүләт ауылы ҡыҙы Азалия Ғәлләмова ла бәйгелә ҡатнашып, мәртәбәле урын яуланы.

Дәүләт ауылында тыуып үҫкән Азалия урта мәктәпте тамамлағас, Өфө аграр университетында белем ала, һуңыраҡ Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай һәм «Дуҫлыҡ» мәҙәниәт һарайында  матбуғат секретары булып эшләй. Уҡып йөрөгән осорҙа Ейәнсура егете Юлай Вәлиев менән таныша һәм дуҫлыҡтары ныҡлы ғаилә нигеҙенә әүерелә. Маҡсатлы, һәр йәһәттән булдыҡлы тормош иптәше Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан  буйынса төбәк бүлексәһендә әйҙәүсе белгес.
Өфөнөң Киров районында йәшәүсе Вәлиевтар ғаиләһендә Таһир, Хәйҙәр исемле улдар һәм Йәмилә исемле ҡыҙ үҫә. 
Азалия, әлеге ваҡытта ҡыҙы менән декрет отпускаһында булыуға ҡарамаҫтан, күсемһеҙ милек өлкәһендә эшләүен дауам итә. Балаларына матур тәрбиә, төплө белем һәм һәр йәһәттән үҫешеү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр булдырып, уларҙың тормошонда ҡайнап йәшәй ғаилә.  
Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияһында уҡыусы малайҙар икеһе лә спорт секцияларына йөрөй, музыка мәктәбендә белем ала. Таһир футбол мәктәбендә, Хәйҙәр бал бейеүҙәре түңәрәгендә шөғөлләнә, дзюдо буйынса икеһе лә һары билбау яулаған. 
Вәлиевтар йәшәгән райондары, республика кимәлендә үткән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар ала. 2023 йылда «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» республика асыҡ конкурсында ҡатнашып, «Ғаилә ижады» номинацияһында икенсе урын яулайҙар. 
Ағымдағы йылдың майында ғаилә Өфөләге «Тулҡын» паркында үткән I асыҡ ҡала ғаилә ансамблдәре араһындағы «Ҙур һәм татыу ғаилә» фестиваленең гала-концертында бөтә ғаиләләре менән ҡатнашып, уның биҙәгенә әйләнә.  
19 июндә баш ҡалала беренсе тапҡыр үткән «Күсемһеҙ милек батшабикәһе» бәйгеһендә ҡатнашҡан Азалия Вәлиева «Йыл медиялылығы» номинацияһында еңеп батшабикә тажына лайыҡ булды. 
Конкурста ҡатнашҡан туғыҙ ҡатын-ҡыҙ бер үк ваҡытта гүзәл зат, әсә, уңышлы эшмәкәр булырға мөмкин икәнлеген тағы бер иҫбатлар өсөн бар оҫталығын һала. Азалия Марс ҡыҙының һәр сығышы тәрән мәғәнәле, бай йөкмәткеле булыуы менән айырылып тора. Бәйгенең  һуңғы этабы булған ижади конкурсҡа бөтә ғаилә йәлеп ителә. Тормош иптәше Юлай ҡурайҙа, улдары Таһир менән Хәйҙәр ҡумыҙ, думбырала уйнай, Азалия ҡыҙы Йәмилә менән бейеү номеры башҡара. Бер туған апайы, Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Әлфиә Ғәлләмова  әсәһе Рәйсә Хөснөтдин ҡыҙы һүҙҙәренә яҙылған «Ҡыҙыл буйы бүҙәнә» йыры менән сығыш яһай. Вәлиевтар ғаиләһенең сығышы, гүйә, Башҡортостанда иғлан ителгән «Ҙур һәм татыу ғаилә йылы»ның символы ине. Уларҙың сығышын көслө алҡыштар менән оҙата тамашасылар. Күптәргә өлгө булырлыҡ татыу, матур ғаилә ҡорған Азалия Марс ҡыҙы ауылдаштарының ғына түгел, районыбыҙҙың ғорурлығы.

Гөлнара Нурғәлиева.

Читайте нас