

Балалар өсөн майҙансыҡтар, өлкәндәр өсөн йәйәү йөрөү аллеялары, бөтәһе өсөн төрлө спорт майҙансыҡтары әҙер ҙә инде.
Әле яр буйын төҙөкләндереү эштәре тамамлана-ҡом килтерелгән, тиҙҙән яр буйы ял итеүселәргә уңайлы буласаҡ. Һәм һыу ятҡылығы төбө тигеҙ, йомшаҡ һәм хәүефһеҙ булһын өсөн уны катукларға йыйыналар. Был хаҡта район башлығы Айрат Әминев үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге битләүҙәрендә яҙып сыҡты. “Йәй көндәре балаларыбыҙ һәм өлкәндәр рәхәтләнеп һыу инһен өсөн тырышабыҙ”, - тип яҙған Айрат Зиннәт улы. – “Беҙ бер ай эсендә әкиәт вәғәҙә итмәйбеҙ. Әммә йыл һайын Асҡар уңайлыраҡ, матурыраҡ буласаҡ, тип вәғәҙә итәбеҙ!”.