

“Бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи ауылдарҙы үҫтереү” XI форумында уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй төбәктәренән бөтәһе 294 проект һайлап алынды, улар федераль финанслау аласаҡ.
Еңеүселәр араһында 99 парк, 53 яр буйы, 43 майҙан, 99 урам һәм йәйәүлеләр биләмәһе бар.
Башҡортостандан биш ғариза иң яҡшылар иҫәбенә инде һәм төҙөкләндереүгә 3,8 миллиард һум аҡса алды.
Конкурста яуанған еңеү һөҙөмтәләре нигеҙендә дүрт ҡалала һәм бер ауылда йәмәғәт урындары төҙөкләндереләсәк. Бына улар:
☑ Стәрлетамаҡта — “Ашҡаҙар аръяғы яр буйы: тоҙ пристанының дауамы” проекты;
☑ Туймазыла “Туймазыларҙың беренсе урамы”;
☑ Благовещенда – “Благовещен. Һыу мәҙәниәте”;
☑ Яңауылда – “Яңауылдың икенсе яғы: төньяҡ быуа янында”;
☑ Салауат районының Малаяҙ ауылында “Малаяҙ ауылының Үҙәк майҙаны: ер хәтере һәм ваҡыт өлгөһө”.
“Башҡортостан – конкурс лидерҙарының береһе. Федераль ярҙам булышлығында беҙ 31 проектты тормошҡа ашырҙыҡ, тағы ла һигеҙе тормошҡа ашырыу стадияһында”, — тип хәбәр итте республика Башлығы Радий Хәбиров.