Йәмғиәт
11 Сентябрь , 05:40

Күп балалы ғаиләләр мәнфәғәтендә

  Рәсәй Президенты Владимир Путин бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белованың йорт һатып алғанда йәки төҙөгәндә күп балалы ғаиләләр өсөн льготалы ипотека ставкаһын кәметеү тәҡдимен хупланы.  #ВладимирПутин

Күп балалы ғаиләләр мәнфәғәтендәКүп балалы ғаиләләр мәнфәғәтендә
Күп балалы ғаиләләр мәнфәғәтендә

Мария Львова-Белова билдәләүенсә, бындай ғаиләләр өсөн ҙур йортта йәшәү мөмкинлеге булыуы мөһим, күп балалы ғаиләләр өсөн ипотека буйынса кәметелгән процент билдәләргә тәҡдим итте.

Путин был идеяны төҙөлөш тармағы өсөн дә яҡшы тип атаны. «Һуңғы йылдарҙа беҙҙә шәхси торлаҡ төҙөлөшө күләме бик артты. Шуға күрә айырыуса күп балалы ғаиләләр өсөн был мәсьәләне хәл итеү мөһим», — тип яуапланы президент.

Төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 75 мең күп балалы ғаилә бар. Был критерий буйынса республика Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Шуға бәйле Башҡортостан Башлығының БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Константин Шаһиморатов был тәҡдим, әгәр ул ҡануниәт менән нығытылһа, республика өсөн бик актуаль тип билдәләне.

Күп балалы ғаиләлрҙе торлаҡ менән тәьмин ит "Демография" милли проекты мәсьәләләрен хәл итеүҙә мөһим роль уйнай. 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас