Йәмғиәт
23 Сентября , 12:40

“Йәшел Башҡортостан” акцияһы үтә

Республика сираттағы ҙур экологик акцияға – “Йәшел Башҡортостан”ға әҙерләнә. Йәшелләндереү өмәһе быйыл ошо шәмбелә, йәғни 26 сентябрҙә үтәсәк. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

“Йәшел Башҡортостан” акцияһы үтә“Йәшел Башҡортостан” акцияһы үтә
“Йәшел Башҡортостан” акцияһы үтә

Быйыл акцияла бөтә республика буйынса яҡынса 44 мең кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Уларҙың дүрт меңе – ирекмәндәр, 2,7 меңдән ашыуы — торлаҡ-коммуналь хужпалыҡ ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, ҡалғандары – халыҡ.

Быйыл өмә барышында республика буйынса 3,4 мең эре һәм 57 мең башҡа үҫенте ултыртыласаҡ, 51 яңы тематик аллея булдырыласаҡ. Бынан тыш, 820 ағасты һәм 7,2 мең ҡыуаҡты алмаштырыу планлаштырыла, улар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҫеп китә алмаған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров акцияларҙың береһен яңы үҫентеләргә түгел, ә ултыртылғандарҙы ҡарауға бағышларға тәҡдим итте.

– Киләһе яҙ йәки көҙ яңы бер нәмә лә ултыртмаҫҡа, ә бөтә аҡсаны быға тиклем булдырылған аллеяларҙы ҡарауға йүнәлтергә тәҡдим итәм. Ҡырҡырға, утарға, алмаштырырға. Ағастарҙы ултыртыу ғына аҙ бит, уларҙың сәләмәт һәм матур булып үҫеүен күҙәтергә кәрәк, — тине республика етәксеһе.

“Йәшел Башҡортостан” акцияһы “Экология” милли проекты (нацпроект “Экология”) сиктәрендә ойошторола.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас