

«Ғаилә» милли проекты (нацпроект “Семья”) сиктәрендә ҡалала 39-сы балалар китапханаһы базаһында моделле китапхана асыласаҡ. Бөгөн бында капиталь ремонт эштәре тамамлана.
«Моторҙар " мәҙәниәт Һарайы базаһында балалар мәҙәни-ағартыу үҙәге асыласаҡ. Бында мәҙәниәткә, ижади дәрестәргә һәм тауыш яҙҙырыу студияһына мөмкинлек барлыҡҡа киләсәк.
Бынан тыш, иң яҡшы практикаға Бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә Милли кейем көнөнә арналған «Билбау» сараһы үткәреләсәк.