+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
20 Май , 16:48

Башҡортостандан һанлы программалар әҙерләүселәрҙе «Старт-ЦТ» гранттар конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Ҡатнашыусылар 4 миллион һумға тиклем грант ота ала.

Ғаризалар 2024 йылдың 17 июненә тиклем ҡабул ителә.

Конкурста түбәндәгеләр ҡатнаша ала:
- физик шәхестәр — шул иҫәптән «УМНИК» һәм «Студент стартапы» конкурстары буйынса эштәрен тамамлаусы грант отоусылар;
- ойошмалар - быға тиклем Фондтан ярҙам алмаған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары.

Проект шарттары:
- тормошҡа ашырыу ваҡыты — 12 айға тиклем;
- аҡсаны тик ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эштәренә (эш хаҡы, сеймал, комплектлаусы әйберҙәр, эш башҡарыусылар хеҙмәте һ.б.) тотонорға мөмкин.

Проекттар 12 йүнәлеш буйынса һайлап алына. Улар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән презентацияла танышырға мөмкин: vk.cc/cwXyrF.

Конкурс тураһында ентеклерәк – ошонда: vk.cc/cwroff.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһында Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәгендә конкурс буйынса бушлай консультация алырға мөмкин. Офистың адресы: Өфө ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 14, 10-сы ҡат, Б блогы.

Телефоны: 8 (347) 213-10-62.

Консультацияға яҙылыу: vk.cc/cvNKbO.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: