Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлелек
5 Март , 15:17

Тыуған мәктәпкә ярҙам

Бөгөнгө көндә спонсор ярҙамы күп проблемаларҙы хәл итеүе менән ҙур әһәмиәткә эйә. Уҡыусыларҙың тейешле шарттарҙа белем алыуы бөгөн көнүҙәк, был йәһәттән күпмелер кимәлдә матди яҡтан терәк булыуы мөһим әлбиттә. Сөнки нимәгә генә тотонһаң да, сығым талап ителә.

Бигерәк тә заман яңынан-яңы технологияларҙы көнкүрешкә индереүҙе талап иткәндә ваҡыт менән бергә атлау мөһим шарт. Билдәле булыуынса, белем усаҡтары бындай үҙгәрештәрҙе йыш кисерә. Унда уҡыған уҡыусылар бөгөнгөнән артта ҡалмаһын өсөн, әлбиттә, күпмелер кимәлдә матди яҡтан терәк булыуы мөһим. Бәхеткә күрә, ярҙам итергә теләүселәр табылып тора. Лайыҡлы тәрбиә, сифатлы белем биргән Таштуй урта мәктәбен тамамлаусылар тыуған мәктәбен онотмауы ҡыуаныслы, улар һәр саҡ ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер.  
Мәҫәлән,  Венер Йосопов үҙенең тыуған мәктәбен йыһазландырыуға ҙур өлөш индерҙе. Венер Раил улы мәктәпкә ноутбуктар, күп функциялы компьютер ҡоролмаһы, һыу йылытҡыс бүләк иткән. Ошондай ҙур ярҙам алған Таштуй мәктәбе коллективы, барлыҡ уҡыусылар Венер Раил улына ихлас рәхмәтле. Булдыҡлы, ярҙамсыл ул тәрбиәләп үҫтергән Вәсилә һәм Раил Йосоповтар тик маҡтауға лайыҡ. 
Таштуй ауылында тыуып үҫкән Венер Йосопов  урындағы мәктәпте тамамлағандан һуң, Магнитогорск педагогия колледжының «Өҫтәлмә белем биреү педагогы» факультетында уҡый. Бөгөн Венер Раил улы Өфө ҡалаһында «Высота» төҙөлөш фирмаһының ойоштороусы директоры. Уңған эшҡыуар ҡатыны менән ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерә.
Иғтибарлы яҡташыбыҙға һаулыҡ, эштәренең гел уң барыуын, уңыштар теләйбеҙ. Ошондай оло йөрәкле шәп егеттәр илебеҙ таянысы һәм терәге!

Гөлнара ШАКИРОВА.

Читайте нас: