

Районда 23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ҙур саралар үтте. Төрлө спорт ярыштары ҡыҙыу барҙы, патриотик тәрбиә биреүгә арналған мәҙәни сараларҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын иҫкә алыу, әле махсус хәрби операцияһы зонаһындағы яугирҙәргә ихтирам һүҙҙәре әйтелде, геройҙарға һәм уларҙы үҫтергән ата-әсәләргә баш эйеп, рәхмәт һүҙҙәре еткерелде. Күҙ йәштәре аша үтте был көн...
Мәңгелек ут янында «Дан уты» фестивале старт алды
Район үҙәгендә байрам тантанаһы ил биләмәһендә йәки унан ситтә ҡораллы бәрелештәрҙә һәләк булған Рәсәй һәм Совет хәрбиҙәре иҫтәлегенә арналған «Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған» Мәңгелек ут янында башланды.
Митингта ҡатнашыусы етәкселәр, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған егеттәрҙең ата-әсәләре Мәңгелек утҡа сәскәләр һалдылар һәм Тыуған ил хаҡына ғүмерҙәрен биргән яҡташтарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар.
Ошонда уҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Дан уты» район фестивале-марафонына старт бирелде. «Боевое братство» ойошмаһы етәксеһе Рузил Низамутдинов һәм Хәрби-патриотик спорт үҙәгенән Азамат Амангилдин Мәңгелек уттан осҡон алып шәмде тоҡандырҙылар. Район башлығы Илдар Нафиҡов факелды Ташбулат ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Динис Таһировҡа тапшырҙы. Был ут райондың бөтә 15 ауыл биләмәһендә йөрөп сығасаҡ. Фестиваль быуындарҙың берләшеүенә, тарихи дөрөҫлөктө һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк, тыныслыҡ хаҡына яңы ҡаҙаныштарға әйҙәйәсәк.
«Ватанды һаҡлаусының атаһы» фотопроекты
Артабан барыһы ла район мәҙәниәт һарайына Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрам тантанаһына йыйылды. Мәҙәниәт һарайына махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ, хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған һәм әлеге көндә илебеҙ азатлығы өсөн яуҙа булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре, яҡындары саҡырылғайны.
Фойела Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған күргәҙмә ойошторолған. «Ватанды һаҡлаусының атаһы» фотопроектының инициаторы һәм ойоштороусыһы «Ватанды һаҡлаусылар» фонды, күргәҙмә Хәрби-патриотик спорт үҙәге ярҙамы менән тормошҡа ашырылған. Фотоһүрәттәрҙә атайҙар яугир улының фотоһүрәтен, хәрби кейемен, наградаһын тотҡан килеш һүрәтләнгән.
Фотоһүрәттәрҙең авторы Әбйәлилдең билдәле фотографы Иштимер Йосопов. Һәр һүрәт — батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ рухы, патриотизм өлгөһө, тарих...
Байрамдың төп өлөшөн асҡанда тантаналы рәүештә залға Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы флагтары индерелде, гимндар яңғыраны.
Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов тәбрикләне.
— Бөтә күңелдән ошо матур байрам менән ҡотлайым. Ватанды һаҡлаусылар көнө — иң мөһим байрамдарҙың береһе. Батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, тоғролоҡ — ошо ябай һүҙҙәр аҫтында беҙ ғүмерен Тыуған илде һаҡлауға бағышлаған ир-егеттәрҙе, илебеҙ именлеге өсөн Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, ғүмерҙәрен биргән батырҙарыбыҙҙың исемен яҙа алабыҙ. Илебеҙ өсөн батырҙар үҫтергән ата-әсәләргә бөтә йөрәктән рәхмәт әйтәм һәм һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәм! — тине Илдар Таһир улы үҙенең сығышында.
Хәрби наградалар тапшырылды
Вадим Баһаувтың IV дәрәжә Георгий тәреһе ордены яугирҙең атаһы Дәүләтбай Баһаувҡа, Артур Шаһивәлиевтың «Батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм Луганск Республикаһы Башлығының рәхмәт хаты яугирҙең апайы Зөлфиә Мөхәмәтйәноваға тапшырылды.
Махсус хәрби операция зонаһында батырҙарса һәләк булған яугирҙәрҙең наградалары – Батырлыҡ орденын ата-әсәләренә, улдарына тапшырылды.
Рифат Буранбаевтың ордены яугирҙең ҡатыны Гөлдәр Буранбаеваға, Рәмил Ғәббәсовтың ордены әсәһе Роза Ғәббәсоваға, Юлай Ғәйнуллиндың ордены ҡустыһы Илдус Ғәйнуллинға, Салауат Ғәлиуллиндың ордены улы Азамат Ғәлиуллинға, Алмас Исламовтың ордены улы Альмир Исламовҡа, Руслан Ҡаһармановтың ордены әсәһе Йәнбикә Ҡаһармановаға, Айнур Мәһәҙиевтың ордены әсәһе Зөһрә Мәһәҙиеваға, Данис Сәйетбат-таловтың ордены ҡатыны Гүзәл Сәйетбатталоваға, Илдар Хәкимовтың ордены ҡатыны Анна Хәкимоваға, Заһит Ғиззәтуллиндың ордены әсәһе Нелли Ғиззәтуллинаға тапшырылды.
Артур Ғиләжев махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтеп һәләк булды. Артур Вәзир улы үлгәндән һуң генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Орден геройҙың әсәһе Әлфиә Ғилметдин ҡыҙына һәм атаһы Вәзир Көмөшбай улына тапшырылды. Батырҙар беҙҙең күңелдә мәңге һаҡланасаҡ, һәләк булған яугирҙәрҙе бер минут тын ҡалып иҫкә алды.
Әүҙем гражданлыҡ позицияһы, ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәткәне өсөн Ғәрифә Сафина, Гөлфиә Нөғәмәнова, Антонина Кузнецова «Ватанды һаҡлаусылар» фондының рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр.
Мәҙәниәт өлкәһендәге намыҫлы емешле хеҙмәте һәм Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Илгиз Хәзинуров, Айҙар Шәйхетдинов, Руслан Ниғмәтов Әбйәлил район хакимиәтенең рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр.
Хәрби комиссар ҡотланы һәм бүләкләне
Максим Валентинович сарала ҡатнашыусыларҙы байрам менән ҡотланы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм һәләк булғандарға хөрмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм төрлө ваҡытта Ватанды һаҡлаусыларҙы тәрбиәләп үҫтергән ата-әсәләргә оло рәхмәтен белдерҙе.
Рөстәм Фәтих улы Исламов «Батырлыҡ өсөн» һәм II дәрәжә «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.
«Фронтҡа ярҙам иткән өсөн» миҙалына Рамаҙан Сафиуллин, Фәнис Исрафилов, «МХО-ға булышлыҡ иткән өсөн» миҙалына Азамат Суфиянов, «Ветерандар хәрәкәтенә ярҙам һәм булышлыҡ иткән өсөн» миҙалына ирекмәндәр Илүзә Шәйәхмәтова, Резеда Хәсәнова лайыҡ булды. «Ветеран эше активисы» күкрәк билдәһе менән Фәнзил Ҡужәхмәтов бүләкләнде. Халыҡ тынлы оркестрҙары етәксеһе Иҙрис Сәғәҙәтовҡа «Боевое братство» ойошмаһының рәхмәт хаты тапшырылды.
«Боевое братство» ойошмаһы һәм Хәрби-патриотик спорт үҙәге егеттәре Ватанды һаҡлаусыларҙы ҡотлап хәрбиҙәрҙең йырын башҡарҙы.
Дәүләт мәктәбе уҡыусыһы Данила Ғәлиуллин Рәсәй батырҙарына бағышланған «Встанем» йырын башҡарғанда халыҡ аяҡ өҫтө баҫып тыңланы. Фәнилә Нөғәмәнова етәкләгән «Талисман» төркөмө патриотик йыр башҡарып, күңелдәрҙе үҫтерҙе. Рамзан Уйылдановтың «Герои-солдаты» йырын, Асҡар сәнғәт мәктәбенең «Фантазия» өлгөлө бейеү ансамблен тамашасылар алҡыштарға күмде. Район мәҙәниәте хеҙмәткәрҙәре һәм тынлы оркестрҙың сығыштары байрам концертын йәмләне.
Юбилей миҙалдары тапшырылды
Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов һәм район Советы секретары Булат Исламбаев Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын өйҙәренә барып ҡотланы. Илдар Таһир улы Ишҡол Хәмзә улы Мәхмүтовҡа һәм Ҡотлогилде Ғәфиәт улы Төхвәтуллинға Еңеүҙең 80 йыллығына арналған юбилей миҙалдарын тапшырҙы.
Гөлнара ҒИНИӘТОВА.