Үҙебеҙҙекеләргә!

Башҡортостанда «СВОим/Үҙебеҙҙекеләргә» тип аталған гәзит сыға башланы. Беҙҙең дәүер хәрби листогының тәғәйенләнеше — илһөйәрлек һәм ватандаштарыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү. Баҫманың яҡташыбыҙ – журналист-шағирә Гөлназ Ҡотоеваның башланғысы менән донъя күреүе әбйәлилдәр өсөн икеләтә ғорурлыҡ.

— Әлегә «Үҙебеҙҙекеләргә» гәзитенең ике һаны донъя күрҙе. Ул ҡатнаш рәүештә рус һәм башҡорт телдәрендә айына ике тапҡыр сыға. Баҫманы ойоштороусы булып «Үҙебеҙҙең яҡындарыбыҙға» мәғлүмәт үҙәге» автономлы коммерция булмаған ойошмаһы сығыш яһай. Проектым менән Башҡортостан Башлығы грантына конкурста ла ҡатнашырға булдым, — тип баш мөхәррир һүҙҙе гәзитте баҫтырыуға бәйле һорауҙарға асыҡлыҡ индереүҙән башланы һәм эстәлеге, маҡсаттары тураһында дауам итте. ­— Әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, контракт хеҙмәте һәм өлөшләтә мобилизация һалдаттары, уларҙың ғаиләләре, МХО ветерандары, ирекмәндәр, ҡыҫҡаһы, Еңеү өсөн тырышыусыларҙың барыһы тураһында ла баҫмабыҙҙа мөмкин булғанса яҡтыртып барырға ниәтләйбеҙ. Дөрөҫлөктө һуғышты үҙ күҙҙәре менән күргәндәр күҙлеге аша яҡтыртыу һәм геройҙарыбыҙ тураһында яҡты хәтер йәшәтеү мөһим. Гәзит МХО-ла ҡатнашыусылар һәм тылдағы халыҡ араһында күпер булып та торасаҡ. Баҫма биттәрендә һалдаттар фронтташтарының батырлыҡтары тураһында һөйләй, патриотик тойғолары менән уртаҡлаша, ижад емештәрен баҫтыра ала. Гәзитебеҙ мәғлүмәти ресурс ҡына түгел, ә яугирҙәрҙең рухын күтәреүсе ҡорал буласаҡ тип ышанам.
Баҫманың беренсе һаны 23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата донъя күргән. Ул Башҡортостан Башлығы Р. Ф. Хәбировтың «Салауат вариҫтарына» тигән  мөрәжәғәте менән асыла. «Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы «Хәрби листок»тың юлын дауам иткән гәзиттең беренсе һанын ҡулығыҙға алдығыҙ. Баҫма һеҙгә рухи терәк булыр һәм дөйөм маҡсатыбыҙ булған Еңеүгә ынтылышта яугирҙәрҙе берләштерер тип ышанам», — тип яҙа республика Башлығы мөрәжәғәтендә. 
«Үҙебеҙҙекеләргә» биттәрендә МХО ветерандарын социаль яҡлау мәсьәләләренә айырым иғтибар бүленәсәк. Контракт төҙөүселәргә, мобилизацияланыусыларға һәм ирекмәндәргә билдәләнгән тейешле түләмдәр һәм финанс ярҙам төрҙәре буйынса аңлатмалар биреү, төрлө дәүләт ярҙамы саралары, ташламалар менән файҙаланыуға хоҡуҡтар тураһында мәҡәләләр баҫыласаҡ. Яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеүсе фондтар һәм үҙәктәр эшмәкәрлеге тураһында көнүҙәк һәм файҙалы мәғлүмәттәр, юридик һорауҙарға яуаптар, юғалған һалдаттарҙы эҙләү буйынса ярҙам ойоштороласаҡ. 
Баҫманың тәүге ике һаны яу яланындағы яугирҙәргә барып еткән. Был хаҡта Гөлназ Мират ҡыҙы «Бәйләнештә» социаль селтәрендә алып барған «СВОим/Үҙебеҙҙекеләргә» төркөмөндә бер нисә видео бар. Гәзитте алғы һыҙыҡтағы яҡташтарға таксистар аша ебәрәләр. Башҡортостан һалдаттарының: «Кәрәкле ваҡытта — кәрәкле гәзит», — тип баһалауҙары бушҡа ҡағыҙ-буяу сарыфламауға дәлил. 
«Үҙебеҙҙекеләргә» гәзитенең 8 мартта сыҡҡан икенсе һанында Т. Кусимов исемендәге гимназияның 7-се «шайморатовсылар» класы уҡыусыһы Владислав Халиҡовтың «Атайым менән ғорурланам!» тигән яҙмаһы баҫылған. 
«Мин бөтә ғаиләбеҙ ғорурлығы булған кеше тураһында һөйләргә теләйем. Эйе, һүҙ, әлбиттә, минең атайым Вадим Сәйфетдин улы хаҡында булыр. Яратҡан атайыбыҙ — МХО яугире, ғаиләбеҙҙең генә түгел, бөтә Ватаныбыҙҙың һаҡсыһы. 
Ҡыйыулығы өсөн ул Шайморатов генерал миҙалы һәм Изге Георгий ордены менән бүләкләнгән. Тыуған илгә хеҙмәт итеү — ысын ир-егеттәр эше! Атайым менән ғорурланам! Ул минең өсөн Тыуған илгә, йәнтөйәккә, ғаиләгә һөйөү, намыҫ, батырлыҡ, яҡшылыҡ өлгөһө. Атайымдың һәм уның хәрби иптәштәренең ҡаһарманлығы арҡаһында беҙ үҙебеҙҙең һәм туғандарыбыҙҙың ғүмере өсөн ҡурҡмайынса тыныс шарттарҙа уҡыйбыҙ, уйнайбыҙ. 
Тыныс күк йөҙөбөҙ өсөн көрәшкән хәрби хәрәкәттәр биләмәһендәге һалдаттарҙың ниндәй ауырлыҡтар аша үтеүен беҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Бөтә дәүерҙәрҙә лә ил һағына баҫырға тура килгән беҙҙең яугирҙәребеҙҙе батырлыҡ, ҡурҡыу белмәү һәм геройлыҡ сифаттары берләштерә. Хәҙер мин шуныһын яҡшы аңланым: Геройҙар дәреслек биттәрендә генә түгел, улар беҙҙең арала һәм илебеҙҙә Геройҙар һәр ваҡыт булған, буласаҡ.
Атай барҙа беҙгә бер нимә лә ҡурҡыныс түгел. Әгәр донъяла бөтә атайҙар ҙа минеке һымаҡ булһа, бөтә балалар ҙа бәхетле булырҙар ине».
Хәҙерге мәлдә хәрби госпиталдә дауаланған өлөшләтә мобилизация яугире Вадим Халиҡовҡа улының ошондай йылы йөкмәткеле хәбәрләмәһе тиҙерәк һауығып ғаиләһе янына ҡайтырға өмөт-дәрт уятһын! 
«Осҡон» гәзитенә биргән интервьюһында мөхәррир Гөлназ Мират ҡыҙы «Үҙебеҙҙекеләргә» гәзитенең тотош бер һанын яҡташтарына — әбйәлилдәргә арнап сығарыу теләге тураһында ла уртаҡлашты. Был турала район башлығы И. Т. Нафиҡов менән дә һөйләшеү булған. 
Илебеҙҙә иғлан ителгән махсус хәрби операция осоронда яугирҙәрҙең ҡаһарманлығына һәм уларҙың хәрби ҡаҙаныштарына бағышланған  ваҡытлы матбуғат  баҫмаһы донъя күреүе бик урынлы һәм көнүҙәк. Үҙебеҙҙекеләргә терәк булып, үҙебеҙҙекеләрҙе тиҙерәк еңеү яулауға дәртләндерһен ул!

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас