Өс яугир әсәһе

Ҡушый ауылында юл буйында ғына күренеп ултырған ҙур йортта йәшәгән тырыш һәм уңған ғаилә хаҡында күптәр белә. Сөнки улар районда иң тәмле ҡымыҙ яһаусылар, өйҙәре янындағы магазиндарынан кеше өҙөлмәй. Һүҙем ауылдың абруйлы һәм өлгөлө пары — Клара һәм Таңғатар Мәсәлимовтар хаҡында.

“Көнө йылды туйҙырыр” уттай ҡыҙыу мәлдә эшлекле ир-егеттәр өйҙә буламы һуң инде, мине йорт хужабикәһе Клара Иҙрис ҡыҙы һәм килене Айгөл ҡаршыланы. Ғаилә башлығы Таңғатар Ғәлиулла улы йәйләүҙә, йылҡы көтә, ҙур хужалыҡты алып барған өлкән улдары Алмас та шунда. 
— Беҙҙең ғаиләлә бөтәбеҙгә лә ат ене ҡағылған, улдарым бәләкәй саҡтарынан ат өҫтөндә үҫте. Әле хатта 4 йәшлек ейәнебеҙ Алмат та һыбай йөрөй, бейә һауғанда алдарына ем ҡуйып, ярҙамлашырға эшкинде. Беҙҙең дә атайҙар йылҡы тотто, шуға бала саҡтан әсәйемдән ҡымыҙ эшләү серҙәрен отоп үҫтем,  — ти Хәмит ауылынан 1977 йылда килен булып төшкән Клара апай.  

Тыуған ауылында туғыҙынсы класты тамамлап, Дәүләт фермаһында һыйыр һауа ул. Тап шул саҡта буласаҡ тормош иптәше Таңғатар менән таныша. Икеһе лә эшһөйәр, дәртле йәштәр ғаилә ҡора һәм Ҡушый ауылында төпләнә. Үҙ көстәре менән донъя ҡоралар, ҙур йорт һалалар, өс ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бирәләр. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар урындағы колхозда ферма мөдире була. Клара Иҙрис ҡыҙы мәктәптә эшләй. Колхоз-совхоздар тарҡалғас, Мәсәлимовтарҙы ҙур йылҡы хужалығы тотҡан Наил Рәхмәтуллин үҙенә эшкә саҡыра. Клара апай ҡымыҙ бешә, ире ат көтә. Күпереп торған, эсһәң бөтә арыу-талыу юҡҡа сыҡҡан батырҙар эсемлегенә ихтыяж ҙур була, ҡымыҙҙы маҡтап, тирә-яҡтан килеп алалар. Төрлө райондарҙа ҡымыҙ яһау буйынса оҫталыҡ конкурстарында Клара Иҙрис ҡыҙы гел еңеүсе була. 2009 йылда район һабантуйында иң яҡшы ҡымыҙ бешеүсе тип таныла һәм беренсе дәрәжә диплом, 2015 йылда һөнәре буйынса иң яҡшыһы таҫмаһы һәм район башлығынан Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Былар барыһы ла К. Мәсәлимованың тырыш хеҙмәтенең һөҙөмтәһе. Ә иң ҡәҙерлеһе — һатып алыусыларының ҡымыҙ сифатын юғары баһалап, рәхмәт һүҙҙәрен еткереүҙәре. 
Күптәр нисек тәмле итеп яһау серҙәре менән ҡыҙыҡһына, яңы был эшкә тотоноусылар өйрәтеүҙе һорай. Таһыллығы ла, оҫталығы ла етерлек Клара апай тәжрибә уртаҡлашыуҙан баш тартмай. Һигеҙ йыл эшләгәндән һуң улар үҙ-ара кәңәшләшеп, үҙҙәренең хужалығын булдырырға хәл итә. Үҙҙәренең һыйырҙары ла, аттары ла етерлек, белгән эш — шуға тәүәкәлләйҙәр. Хәҙер Мәсәлимовтар районда билдәлелек яулаған фермерҙар. Ҡымыҙҙары үтемле, туй-юбилейҙарға күмәртәләп алалар. Таңғатар Ғәлиулла улы иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем йылҡы өйөрөн ҡырҙа көтә, бының өсөн күл буйында ер участкаһы алып кәртәләгәндәр. Килендәре Айгөл бейәләрҙе көнөнә дүрт тапҡыр һауа, ә Клара Иҙрис ҡыҙы ҡымыҙ бешә. Йәй миҙгеле ғаилә өсөн һәр минуты ҡәҙерле осор.
Эшкә шәп, булдыҡлы Таңғатар һәм Клара Мәсәлимовтар балаларын да хеҙмәт тәмен татырға өйрәтеп үҫтергән, лайыҡлы тәрбиә биргән. Өс улдары ла хәрби хәрәкәттәр ветераны булыуы — ата-әсәнең иң ҙур ғорурлығы. Алмас менән Илмир икеһе лә Чечня утын үткән ир-егеттәр, һуғыштан төрлө наградалар менән ҡайтҡан яугирҙәр. Иң бәләкәйҙәре Фәнис махсус хәрби операция башланғас, ата-әсәһенә әйтмәй генә 2022 йылдың март айында контракт төҙөй. Ҡустыларының ҡайҙа юлланыуын ағалары ғына белә. Яҡындарын борсомаҫ өсөн эшкә бара тип әйтәләр. Шулай ҙа әсә йөрәге һиҙә: “Һин бит һуғышҡа йыйынаһың” ти.
— Олатайым һуғыштың башынан аҙағына тиклем яу юлын үткән ветеран, ике ағайым да “ҡыҙыу нөктә”лә булды. Мин дә барам, был минең бурысым, — тигән Фәнис.
Ил һаҡлайым тип янып торған балаһына ҡайһылайтып ҡаршы төшһөн инде. Тик әсәйҙәр өсөн ут эсендә йөрөгән улынан хат-хәбәр, шылтыратыу көтөүҙән дә ҡыйынырағы юҡтыр. Иртән торһа, кис ятһа ла, иҫән-имен йөрөүен теләп, доғалар бағышлай. Ҡулдары эш менән булһа ла, күңеле менән ғәзиз улы янында. “Асыҡҡандыр, өшөгәндер, арығандыр” тигән уйҙарының осона сығырлыҡ түгел. 
— Әсәй, мин оҙаҡ шылтырата алмаҫмын, һин борсолма, йәме. Барыһы ла яҡшы, — тиһә, улының алғы һыҙыҡҡа китеүен аңлай.
Фәнис намыҫлы хеҙмәт итә, командирҙары ла, иптәштәре лә ихтирам итә. Бәләкәй сағынан спорт менән шөғөлләнгән егет хәрби заданиеларҙы теүәл үтәй, сос, яуаплы. Яңыраҡ ялға ҡайтҡанында өс миҙал менән бүләкләгәндәр. Тағы Мәскәүгә саҡырғандар, был юлы орден тапшырасаҡтар. 
— Аллаға шөкөр, бәхетле әсәймен, улдарым менән ғорурланам. Тиҙерәк һуғыш бөтөп, бөтә уландарыбыҙ иҫән-һау ҡайтһындар, — тип теләй Клара апай.— Килендәремдән дә уңдым, ярҙамсылдар. 
Алмас үҙенең ғаиләһе менән ата-әсәһе янында йәшәй. Кәләше Айгөл менән шуҡ малай Алматты үҫтерәләр, ҡыҙҙары Самираға биш ай ғына. Илмир 17 йыл Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй. Ғүмер юлдашы Әлфирә менән Алина һәм Әҙилә исемле ҡыҙҙар тәрбиәләйҙәр. Раушания Дәүләт урта мәктәбендә башҡорт теленән уҡыта, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Уның ҡыҙҙары Диана юристҡа уҡый, Наҙгөл алтынсы класты тамамлаған.  Бына шундай ҙур һәм татыу ғаилә бар яҡтан өлгөлө булыуы менән һоҡландырып йәшәй.
 Йыр-моңға маһир Клара Иҙрис ҡыҙы ҙур хужалыҡ-йорт мәшәҡәттәре араһында ауылдың йәмәғәт тормошонда ла ҡатнашырға өлгөрә. Клубта уҙған концерт-сараларҙан ситтә ҡалмай. Май айында Мәскәүгә барып ҡайтыуҙары ҙур ҡыуаныс булған. Ҡушый клубы мөдире Фәнүзә Дәүләтова етәкләгән «Сөмбөл» фольклор ансамбле Рәсәй халыҡтары йортонда Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына Һәм Мәскәүҙең «Илһам» башҡорт халыҡ театрының 10 йыллығына арналған концертта ҡатнашҡан. Ҡушый ағинәйҙәре башҡорт фольклорын һәм мәҙәниәтен лайыҡлы күрһәтеп, тамашасыларҙы сағыу милли кейемдәре, дәртле бейеүҙәре һәм моңло йырҙары менән таң ҡалдырған, милли аш-һыу — ҡаҙы, тултырма, талҡан, йыуаса, сәк-сәк, буҙа менән һыйлаған. Ансамбль ағзалары, шул иҫәптән К. Мәсәлимова Мәскәү ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының вәкиллегенән һәм Мәскәү башҡорттар ҡоролтайынан Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. 
— Шул тиклем ҡыуанып ҡайттым, беҙҙе Мәскәү һынлы Мәскәүгә алып барып, ҙур сәхнәгә сығарған, баш ҡаланы күрһәтеп алып ҡайтҡан етәксебеҙ Фәнүзә Ғалип ҡыҙына рәхмәт, — ти сәфәр тәьҫораттары менән бүлешеп Клара апай.
Уңған, өлгөр хужабикәнең аш-һыуға оҫталығын әйтеп тораһы ла түгел. Ул бешергән бишбармаҡ тел йоторлоҡ, ҡаҙы-тултырмаһы ауыҙҙа иреп кенә тора, талҡаны тәмен оноторлоҡ түгел. Ихлас күңелдән әҙерләгәнгә ризыҡтары шулай тәмле килеп сығалыр ул. Бихисап эштәре араһында ейән-ейәнсәрҙәрен бағырға, баҡсаһын ҡарарға, йортон ялт итеп тоторға ла өлгөрә. Саҡ ҡына буш ваҡытында һуңғы яңылыҡтар менән дә таныша һала.
— Гәзиттәргә яҙылмай ҡалғаным юҡ. Йәш саҡтан “Осҡон” алдырам. “Йәшлек”, “Абзелил” гәзиттәрен яратып уҡыйым. Йәй, әлбиттә, ваҡыт юҡ. Ҡыш ирем менән икәүләп бер өйөм гәзит-журналдарҙы яйлап уҡып сығабыҙ, — ти Клара апай. — Киләһе ярты йыллыҡҡа “Салауат” ЯСЙ-һы миңә, яугир әсәһе булараҡ район гәзитен яҙҙырыуы көтөлмәгән бүләк булды.
Гөрләтеп донъя көткән, эштәрен уңышлы алып барған шәп ғаиләгә һоҡланып ҡайттым. Үҙ көстәре, тырышлыҡтары менән бергәләп барыһын да булдырған ябай ауыл кешеләре күптәргә үрнәк. Мәсәлимовтар артабан да тәмле һәм шифалы ҡымыҙҙары менән ҡыуандырһын тигән теләктә ҡалабыҙ. Хәҙер иң мөһиме, бәләкәй улдары яуҙан иҫән-имен ҡайтһын.

Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас