

Ҡолоҡас ауылынан Римма Ғибәҙуллина ҡәҙерле улын ут эсенә өс йыл элек оҙатҡан. Шул ваҡыттан махсус хәрби операцияның тиҙерәк бөтөүен, улдарының иҫән-имен тыуған йорттарына ҡайтыуҙарын өмөтләнеп көткән меңләгән сабыр әсәләрҙең береһе. Көндәре һәр телефон шылтырауына тертләп уҙыуына, күптән төн йоҡолары осоуына ҡарамаҫтан, йөрәгенең иң түрендә улы Илгиз өсөн ғорурлыҡ тойғоларын йөрөтә. Әсәнең бар хәстәре, бар теләге — ғәзиз балаһы һау булһын. Улы 2022 йылдың мартында үҙ теләге менән хәрби контрактҡа ҡул ҡуйып, махсус хәрби операция зонаһына китә.
— Әсәй, минең өсөн борсолма, барыһы ла яҡшы буласаҡ тип тынысландырырға тырышһа ла, һуғышҡа оҙатыу ауыр булды. Улым беҙ ҡайғырмаһын өсөн ундағы хәлдәрҙе һораһаҡ та, һөйләмәй. Үҙенең холҡо ла шундай: ныҡ ипле, сабыр, — ти Римма Миңлехан ҡыҙы.
Тик һиҙгер әсә күңеле барыһын да тоя шул. Тирә-яҡтан үлем һағалағанда нисек тыныс булһын?
— Өс ай хәбәре булманы улымдың. Ни уйларға, ни эшләргә белмәнек. Ул ваҡытта нисек йәшәгәнмен — хәҙер аптырайым. Ни кисергәнемде үҙем генә беләм. Кешеләр был сама ваҡыт үтте, үлгәндер, юҡтыр, тиһәләр ҙә ышанманым. Күңелем төңөлгән саҡтарҙа ла улым тере, ҡайта ул тип өмөт сатҡыһы менән үҙемде йыуаттым. Кемдәргә генә мөрәжәғәт итмәнек, төрлө инстанциялар аша эҙләнек, — тип хәтерләй әсә. — Мөғжизә була икән. Бер көндө ят номерҙан шылтыраттылар. Улым Илгиздең тауышын ишетеү иң ҡыуаныслы, иң бәхетле мәлем булғандыр. Луганск госпиталендә иҫһеҙ ятҡан. Хәрби заданиеға барғандарында өҫтәренә дрон төшөп ныҡ яраланған, башынан, тәненән бихисап ярсыҡтар алғандар икән. Бына өс йыл улым өсөн борсолам...
Фәрештәләре һаҡлап йөрөтһөн тип көн-төн Хоҙайҙан һорай Римма апай. Торһа, ятһа — бар уйҙары улы тураһында. Көлөп-йылмайып йөрөргә тырышһа ла, эсе тулы ут.
Улы ла өс йыл арауығында нимәләр генә күрмәгән, кисермәгән? Әллә нисә үлемдән ҡалған, янған БТР эсенән һикереп төшөп ҡала. Илгиздең тәне ныҡ бешһә лә, шул саҡта һәләк булған иптәштәре өсөн йән яралары нығыраҡ һыҙлай. Алғы һыҙыҡҡа машина менән барыу хәүефле, дрондар туҡтауһыҙ һөжүм итә. Йәйәүләп сығалар, унда ла аҙым һайын ҡурҡыныс һағалай.
28 йәшлек ҡыйыу егет яңыраҡ ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Башҡа наградалары ла бар. Әле Илгиз ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Яҡындары менән тыуған өйөндә көс йыйғас, яңынан яуға юлланасаҡ.
Ғибәҙуллиндар Ҡолоҡас ауылының күркәм, тырыш ғаиләһе, дүрт бала үҫтергәндәр. Оҫта ҡуллы ғаилә башлығы Тимерйән Муллабай улы райондың ремонт-төҙөлөш бригадаһында эшләй, күп социаль объекттарҙы яңыртыуға өлөш индергән кеше. Римма Миңлехан ҡыҙы тиҫтә йылдан ашыу социаль хеҙмәткәр булып, ауылдың оло кешеләрен ҡараған. Әле хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, 1-се Асҡар урта мәктәбендә йыйыштырыусы. Белем усағын яңы уҡыу йылына әҙерләйҙәр, ҡыҙыу ремонт осоро.
— Эштә йөрөһәң, көндәр үткәне лә һиҙелмәй. Улым эшләмә, ярҙам итермен тиһә лә, саҡырғастары кире сыҡтым. Өйҙә бошоноп, уйланып ултырғансы, кеше араһында йөрөү яҡшыраҡ, — ти Римма апай.
Уңған хужабикә, кешегә шул тиклем ярҙамсыл. Ауылда күмәк кеше менән уҙған ҡаҙ йолҡоу, мал һуйыу өмәләре унан тыш үтмәй. Эшкә шәп, сос, тилбер апай. Ихласлығы өсөн ауылдаштары ла, туғандары ла хөрмәт итә.
Әйткәндәй, «Салауат» ЯСЙ-һы Римма һәм Тимерйән Ғибәҙуллиндар ғаиләһенә икенсе ярты йыллыҡҡа район гәзитенә подписка бүләк итте. Илһөйәр, батыр ул тәрбиәләгән ата-әсәгә ысын күңелдән рәхмәт белдереп, уның өсөн тик ғорурлыҡ кисерергә яҙһын, тип теләйек.