Батыр исеме — мәктәп диуарында

1-се Асҡар урта мәктәбендә МХО-ла һәләк булған яугир, ошо белем усағының элекке уҡыусыһы Ринат Абдулхай улы Солтановҡа мемориаль таҡтаташ һәм Герой партаһы асылды.

Батыр исеме — мәктәп диуарындаБатыр исеме — мәктәп диуарында
Батыр исеме — мәктәп диуарында

Тантаналы митингыла Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты З. З. Байғусҡаров һәм район башлығы А. З. Әминев етәкселегендә хакимиәт вәкилдәре, мәктәп коллективы, батырҙың ғаиләһе — әсәһе, ҡатыны, балалары, апайы ҡатнашты, туғандары, дуҫ-иштәре килде. Линейкаға теҙелгән өлкән класс уҡыусылары өсөн был сара батырлыҡ дәресе булды.
Митингыла ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Айрат Әминев күңелдәргә үтеп инерлек телмәр тотто:
— Бөгөн тантаналы һәм шул уҡ ваҡытта һағышлы көн. Беҙ бында, ҡасандыр ил батыры — Ринат Солтанов уҡыған мәктәпкә, яҡташыбыҙ иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыу өсөн йыйылдыҡ. Таҡтаташ асып, беҙ уның исемен генә мәңгеләштермәйбеҙ — хәҙерге һәм киләсәк быуындарға ябай, әммә бик мөһим фекерҙе еткерергә тырышабыҙ: геройҙар беҙҙең арала йәшәй. Улар шул уҡ урамдар буйлап йөрөй, шул уҡ парталар артында уҡый, балалар үҫтерә. Һәм улар Ватанға яҡлау талап ителгән мәлдә, һис уйлап тормай, ил һағына баҫа. Ринаттың тормошо — ябай, яҡшы кеше тарихы. Әммә уның характерында һәр саҡ ҡыйыулыҡ, бурыс тойғоһо һәм Тыуған илгә ҡарата ысын һөйөү йәшәне. Тап ошо сифаттары 2024 йылда махсус хәрби операция биләмәһенә әйҙәне, Рәсәй яҙмышы хәл ителгәндә, ул ситтә ҡала алманы. Унда, алғы һыҙыҡта, ул үҙен ысын яугир, герой итеп күрһәтте. 2024 йылдың ноябрендә, Селидово ҡалаһы эргәһендә хәрби бурысын үтәгәндә, һәләк була. Ғүмере хаҡы менән ул иптәштәренең һәм беҙҙең тыныс тормошобоҙҙо яҡланы. Уның батырлығы юғары наградалар — Батырлыҡ ордены һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән билдәләнде.
Сара барышында батырҙың тормош юлына ҡыҫҡаса байҡау яһалды. Ринат Солтанов Башҡортостандан алыҫта тыуа, ләкин яҙмыш ҡушыуы буйынса ғаилә тыуған яғына күсеп ҡайта. Асҡар урта мәктәбен тамамлағас, егет электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала. Өйләнә, ҡатыны Римма Кәрим ҡыҙы менән өс ҡыҙ үҫтерәләр. Хеҙмәт юлында эшһөйәрлеге һәм алтын ҡулдары өсөн хөрмәт ҡаҙана...
Депутат Зариф Байғусҡаров башҡорт егеттәренең яугир рухлы ата-бабаларыбыҙҙың юлын дауам итеп, үҙ теләктәре менән ил һағына баҫыуына баҫым яһап, батырҙарыбыҙҙың исемдәрен оноторға хаҡыбыҙ юҡ, уларға мәңгелек дан, тине. Уҡыусыларҙы яҡшы уҡырға, ярҙамсыл булырға, мәктәп диуарындағы фотоһүрәттәре аша ҡарап торған, үкенескә күрә, МХО-ла һәләк булған Таминдар Ғәлиуллин, Артур Ғиләжев һәм Ринат Солтанов ағайҙары кеүек илһөйәр, ҡушйөрәкле кеше булып үҫергә өндәне. Илһөйәр ул тәрбиәләп үҫтергән Динә Әүбәкер ҡыҙына рәхмәт әйтте.
Яугирҙең әсәһе улының ата-бабалары кеүек ҡаһарман рухлы булыуы хаҡында һөйләне. Ике яҡлап та олатайҙары һуғыш ветерандары була. Берәүһенә фин һуғышынан япон һуғышынаса оҙон-оҙаҡ яу юлы үтеп, 1946 йылда ғына яраланып тыуған яғына ҡайтырға яҙһа, икенсеһе данлы 112-се башҡорт атлы кавалерия дивизияһы составында дошмандарҙы ҡырырға тура килгән. «Ринат та ныҡ итеп хеҙмәт итергә теләне, тик сәләмәтлек хәле буйынса армияға алманылар. МХО-ға китәсәген контракт яҙғас ҡына хәбәр итте. Илап хәрби комиссариатҡа барҙым. «Әсәй, юлыма арҡыры төшмә», — тине үҙе. Барғас та ун көн эсендә үҙе теләп хәрби заданиеға сыҡты, 4-5 көн бәйләнештә булмай торҙо, аяғына еңелсә яра алғайны. Унан һуң 97 һалдатты Селидовоны алыуға ныҡлы әҙерләнеләр, шул яуҙа улым геройҙарса һәләк булды. Уның менән сикһеҙ ғорурланам», — тине ул. Динә апайҙың йөрәген бала ҡайғыһы телгеләһә лә, ул күңел йыуанысын һалдаттарға ярҙам итеүҙә таба, был ғәмәлен ул батыр улы рухы алдындағы изге бурысы тип һанай. Ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылып гуманитар ярҙам йыйыуға тос өлөш индерә, туғыҙ тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә гумконвой оҙатып йөрөп ҡайтҡан.
Мемориаль таҡтаташтың япмаһын асыуҙа яугир әсәһенә Зариф Закир улы менән Айрат Зиннәт улы терәк булдылар. Сарала ҡатнашыусылар батыр иҫтәлегенә сәскәләр һалды.
Был көндә 1-се Асҡар урта мәктәбендә тантаналы шарттарҙа «Герой партаһы» Бөтә Рәсәй мәғариф проекты сиктәрендә Ринат Солтанов исемендәге парта ла асылды. Уның артында уҡыу хоҡуғы белем алыуҙа, спортта һәм ижадта ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән тик һәләтле уҡыусыларға һәм мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй хәрәкәте беренсел ойошмаһы активистарына ғына биреләсәк. Беренсе булып атаһы исемен йөрөткән парта артына ултырыу хоҡуғы яугирҙең ҡыҙы — 8-се «д» класы уҡыусыһы Риана Солтановаға бирелде.
Сара аҙағында Р. А. Солтановтың апайы Люциә Ғәниева ла һүҙ алып, уҡыу-сыларға тыныслыҡ, илебеҙҙең хәүефһеҙлеге ниндәй хаҡ менән яуланыуын онотмаҫҡа кәрәклеген иҫкәртте.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас