«Бөтһөн һуғыш! - теләк бер генә»

Үҙәк китапханала «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин һәм һалдат әсәләре менән Әсәләр көнө уңайынан осрашыу уҙҙы

Ниндәй генә дәүерҙе алып ҡараһаң да, кешелек ҡан-ҡойошһоҙ йәшәй алмаған. Беҙҙең осорға ла шундай һуғыш мәле тура килде. Илһөйәрлек рухын алға ҡуйып, ир-егеттәр яуға китһә, ҡатын-ҡыҙ донъя мәшәҡәттәренә күмелеп, өй ҡотон һаҡлай, балалар үҫтерә. Китапханала уҙған осрашыу ҙа ирҙәрен, уландарын юғалтҡан, ғәзиздәре бөгөн дә алғы һыҙыҡта дошман менән күҙгә-күҙ алышҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы бер урынға йыйҙы.

Сарала Мөнир Ҡунафин, район ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Таңһылыу Мостафина, «Ватан һаҡсылары» фондының социаль координаторы Гөлназ Вәлиева, МХО биләмәһендә хеҙмәттә булып ҡайтҡан Сәйфулла хәҙрәт һәм сараға бағыусы булған Гөлнара Әминева ҡатнашты.

Малайҙар бит бәләкәстән һуғыш уйнап үҫә, ил һаҡлау тигән бурыс ир-егеткә тыумыштан йөкмәтелә, бигерәк тә беҙҙең милләткә яугир булыу хас. Шуға ла илдә ниндәй генә мәхшәр бармаһын, беҙҙекеләр гел алғы сафта. Ә әсәләргә, ҡатындарға барыһына күнеп, сабыр итергә генә ҡала.

 Тулҡынландырғыс сара һәр әсәйгә һүҙ биреүҙән башланды. Улар араһында Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың әсәһе Айгөл Шакирова, өләсәһе Сара Ғәниева ла булды. Айгөл Милләт ҡыҙы улының батырҙарса һәләк булыуы, Тамерлан менән бергә ҡаты алышта бергә булған Дағстан егете тураһында бәйән итте.

Ошо һуғышта тормош иптәшен юғалтҡан Венера Ғәлиуллина ире тураһында һөйләне, ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй тиҙәр, күптән түгел ул Ишкилделә ҡустыһы Артур Баҡыевты һуңғы юлға оҙатҡан. Ире Салауат «Салауат Юлаев» батальонында хеҙмәт итә, 2024 йылда һәләк була. 23 йыл бергә йәшәгән Ғәлиуллиндар бер ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк иткәндәр.

Рысҡужанан килгән Гөлнара Шаһыбалованың тормош иптәше бөгөн дә ут эсендә, ә бер туған ҡустыһы Иштуған Басиров, ҡыҙғанысҡа күрә, һуғыш ҡорбаны  булған. Ире Авдеевка йүнәлешендә хеҙмәт итә.

Ишбулдынан килгән һалдат әсәһе Айһылыу Насырова, Әлмөхәмәттән Миңзифа Фәйзуллина, Яйҡарҙан Миләүшә Сәғәҙәтуллина мәрхүм улдары хаҡында күҙ йәштәре аша бәйән итте.

— Беҙҙең ғаиләлә Азат иң өлкән бала булды, шуғалыр ҙа һәр эшкә яуаплы, теремек булыуы менән айырылып торҙо. Мәктәптә теүәл фәндәрҙе яратты, информатика менән ныҡ ҡыҙыҡһынды. Яу яланына китеүен белмәй ҡалдым, — тине Айһылыу Ниғмәт ҡыҙы.

М. Фәйзуллина улының хәрби булырға теләүен, илһөйәр булыуын, бокс менән шөғөлләнеүен һөйләне. 2023 йылда Сыбаргүл ҡалаһы аша контракт төҙөп киткән улы 2024 йылдың 12 декабрендә штурмға китә һәм һуғыштан кире әйләнеп ҡайтмай.

Яйҡар егете Айҙар 2023 йылда Алтай крайы аша контракт төҙөй. 74-се мотоуҡсылар бригадаһында штурмсы булып хеҙмәт итә һәм шул уҡ йылдың 14 октябрендә дрон шартлауы һөҙөмтәһендә һәләк була.

Әлмөхәмәттән Афған һуғышын үткән Фәнил Сәйетбатталов йөрәге ҡушыуы буйынса контракт менән МХО-ға хеҙмәт итергә китә, ләкин был һуғыш уның өсөн һуңғыһы була. Тормош иптәше менән бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләгәндәр, 5 ейән-ейәнсәрҙәре бар.

Күптән түгел тормош иптәше баҡыйлыҡҡа күскән Регина Камалова ире Илдарҙың водитель булыуы тураһында әйтте. «Вахтаға китәм тип сығып китте лә, һуғыш ҡорбаны булып ҡайтты. 9 март һуғышта ғүмере өҙөлдө. Ә 16 март мөхәббәтебеҙ емеше булып улыбыҙ тыуҙы», — тине яугир кәләше.

Районға аяуһыҙ һуғыштан цинк табутта тәүгеләрҙән булып ҡайтҡан Ишҡол егете Фидан Солтанов, Хәлилдән Азамат Дәүләтҡоловтың да әсәләре ҡатнашты был сарала. Нуриҙә Ниғмәтуллина әйтеүенсә, улы Фидан көрәш менән шөғөлләнгән, бейеүгә әүәҫ булған. Сыбаргүл ҡалаһы аша контракт яҙып киткән һалдат 2022 йылдың 23 майында һәләк була. Уның иҫтәлегенә йыл да район кимәлендә көрәш буйынса турнир үтә.

Хәлил егеттәре, класташтар һәм бейеүселәр Азамат Дәүләтҡолов менән Айгиз Ирназаров МХО-ға бергә китеп, бер көндә һәләк булалар. Азамат 2021 йылда уҡ контракт яҙа һәм танкист булып хеҙмәт итә башлай. Һуғыш башланыу менән, уларҙы сиккә ташлайҙар. Бер нисә тапҡыр хәбәрһеҙ юғалған тигән хәбәре килә, әммә шаҡ ҡатырғыс хәбәрҙән һуң Азамат бәйләнешкә сыға. Август айында ла шул уҡ хәл ҡабатлана, мөғжизәғә ышанған әсә йөрәге был юлы ла хәбәрҙе етди ҡабул итмәй. Әммә 2022 йылдың 12 авгусында Ростов ҡалаһынан шылтыратып, улының һәләк булыуы тураһында хәбәр итәләр.

— Хәмит ауылы биләмәһенән өлөшләтә мобилизацияға эләккән улым Хәбир Фәритов, шөкөр, Донецк Республикаһында хеҙмәт итә. Отпускыға ҡайтҡан мәлендә кәләш алды. Бөгөнгө көндә ҡаты яраланып госпиталдә ята, операцияға сират көтә, — тип һөйләне улы хаҡында яугир әсәһе Гөлнара Фәритова.

Тал Ҡусҡарынан 2013 йылдан контракт хеҙмәте һалдаты, сержант Тимур Ниғмәтуллин да ут эсендә йөрөй. Чечняла тәртип урынлаштырыуҙа, Сүриәләге Граждандар һуғышында ҡатнашҡан Тимур Тимерйән улы Украинала ут-бола сығыу менән МХО-ға ебәрелә. Бөгөн ул тыуған ауылында отпускыла, ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй. Был турала әсәһе Гөлниса Ниғмәтуллина бәйән итте.

Яугир әсәләренең, ҡатындарын тыңлағандан һуң, һүҙ хөрмәтле ҡунаҡҡа — Мөнир Ҡунафинға — бирелде. Ул МХО биләмәһенә барып, үҙ күҙҙәре менән күргәндәрен әҫәрҙәр итеп яҙҙы. Уның «СВОих не бросаем», «Я вышел из боя живым» тигән китаптары баҫылды. Бер хикәйәһендә Доставалов исемендәге батальонда хеҙмәт итеп, бөгөн инде һуғыш ҡорбаны булған Әбйәлил егеттәре «Оскар» менән «Шатай» тураһында ла яҙмалары бар.  «Шатай» позывнойлы Илмир Мостафиндың атаһы Илдар Мостафин да саҡырылған ине был сараға.

— Кешелектең 2 проценты кешене үлтерер өсөн тыуа. Әгәр ҙә Хоҙай тарафынан һеҙҙең улдарығыҙға, ирҙәрегеҙгә яугир булыу миссияһы йөкмәтелгән икән бының менән һеҙ ғорурланырға тейешһегеҙ. Һәр кешегә лә Герой булып һәләк булыу яҙмышы яҙылмаған, быны аңлап ҡабул итегеҙ. Һеҙ шундай улдар тәрбиәләүегеҙ менән ғорурланырға тейешһегеҙ, — тип йыуатты яҙыусы һалдат әсәләрен. — Мин үҙемдең әҫәрҙәремдә һуғыштың ни тиклем ҡурҡыныс, мәхшәр икәнен, йәғни уның насар яҡтарын яҙманым. Киреһенсә, ир-егеттәрҙең берҙәмлеген, татыулығын, батырлыҡтарын һүрәтләргә тырыштым. Шуға ла китапты халыҡ яратып ҡабул итте тип һанайым, донъя бит былай ҙа бысраҡ менән тулған.

Артабан һүҙ Сәйфулла хәҙрәткә бирелде. Ул яу яланында күргән-кисергәндәрен, егеттәрҙе дини юлға әйҙәүе хаҡында һөйләне, уларға рух өҫтәүе хаҡында әйтеп үтте.

Таңһылыу Әхмәт ҡыҙы ҡайғы кисергән әсәләрҙе, ҡатындарҙы үҙ эстәренә йомолмаҫҡа, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Гөлнара Сәфәрғәле ҡыҙы барыһын да байрам менән тәбрикләп, бүләктәр тапшырҙы.

Яугир әсәләренең һәр һөйләмендә бер теләк — «Һуғыш бөтһөн!» Уларҙың аһ-зарҙарын тыңлап ултырып, сара аҙағында Мөнир Ҡунафин былай тине: «Тормош ни тиклем аяуһыҙ, илдәге хәлдәр ҡыҙғаныс булмаһын, Мостай Кәрим әйтмешләй «Тормоштоң ҡояшлы яғында йәшәргә тырышайыҡ!». Үҙ бәҫебеҙҙе төшөрөп, ваҡланмайыҡ. Киреһенсә, шундай улдар үҫтереүегеҙ менән, яугир әсәләре булыу менән ғорурланып йәшәгеҙ», — тине ул осрашыуҙы тамамлап.

Сараны Ҡәҙриә Шаһыбалова, Гөлнара Камалова, Резеда Баймөхәмәтова, Гөлфирә Йәһүҙиналарҙың моңло йырҙары, Марсель Хамматов менән Сулпан Әҡсәнованың шиғырҙары биҙәне. Кисәне китапханасы Айгөл Тоҡомбәтова алып барҙы. Һуңынан әсәйҙәр өсөн сәй табыны ойошторолдо.

Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас