+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
12 Ғинуар 2023, 08:10

Техника яңыртыла

2022 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермерҙары 12,8 миллиард һумға 3,2 мең берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Техника яңыртыла
Техника яңыртыла

Республика аграрийҙары йыл дауамында  430 трактор, 161 иген йыйыу һәм 38 үҙйөрөшлө мал аҙығы йыйыу комбайндары, шулай уҡ 830 тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машиналары, 57 үҙйөрөшлө һиптергес һатып алған.

        «Был ябай булмаған йыл өсөн яҡшы күләм. Техника паркын яңыртыу ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан дауам итеүе ҡыуаныслы  һәм бының менән беҙ киләһе баҫыу эштәре миҙгеленә ышаныслы әҙерләнә алабыҙ. Үткән  йылда республика  аграрийҙары рекордлы уңыш алды, был ауыл хужалығы культураларын эшкәрткәндә бөтә агротехнологик талаптарҙы үтәү һөҙөмтәһендә һәм дә заманса техникаһыҙ мөмкин булмаҫ ине», - тип билдәләне вице-премьер, Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

      Бынан тыш аграрийҙар «Росагролизинг»тың  льготалы программалары буйынса 3,7 миллиард һумлыҡ  647 берәмек техника һатып алған. Техниканы яңыртыу өсөн төп дәртләндереүсе сәбәп булып республика кимәлендә сығымдарҙың 50 процентҡа тиклемен ҡаплаусы ярҙам тора. Былтыр ошо маҡсатҡа 1,6 миллиард һум субсидия бирелгән.

Әйткәндәй, 2019-2021 йылдарҙа Башҡортостан аграрийҙары ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуға 28,6 миллиард һум тотонған. Был ваҡыт эсендә республика предприятиелары үҙенең паркын 10 мең машинаға яңыртҡан. Республика хужалыҡтары был маҡсатҡа 12 миллиард һум күләмендә субсидия алған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: