+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
12 Ғинуар 2023, 08:30

Йәш белгестәр 750 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы аласаҡ

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына ярҙам итеү буйынса республика программаһы сиктәрендә дәүләт ярҙамы алыуға конкурста ҡатнашырға теләүсе йәш белгестәрҙән документтар ҡабул итә башлай. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Йәш белгестәр 750 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы аласаҡ
Йәш белгестәр 750 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы аласаҡ

2023 йылдан алып дәүләт ярҙамының суммаһы бер кешегә 500 мең һумдан 750 мең һумға тиклем арттырылды. - Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы тармаҡта квалификациялы кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итеү буйынса саралар комплексын тормошҡа ашыра, бында агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына ярҙам төбәк программаһы ҙур роль уйнай, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Бының  өсөн эште йыл башынан алып башлайбыҙ.

      Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, дәүләт ярҙамы алыуға конкурста ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһының ауыл ерендә урынлашҡан агросәнәғәт комплексы ойошмаларына эшкә урынлашырға тейеш. Һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн ғариза һәм кәрәкле документтар 2023 йылдың 16 ғинуарынан 26-һына тиклем Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының ғилми-белем биреү учреждениелары менән үҙ-ара эш итеү бүлегендә тапшырыр кәрәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: