+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
15 Июнь 2023, 11:18

Ерҙәрҙе мелиорациялауға субсидия күләме артҡан

Рәсәй Хөкүмәте Башҡортостандың  ауыл хужалығы етештереүселәренең ерҙәрҙе мелиорациялау буйынса киткән сығымдарының бер өлөшөн финанслауға субсидиялар күләмен бер ярым тапҡырға арттырасаҡ.  #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ерҙәрҙе мелиорациялауға субсидия күләме артҡан
Ерҙәрҙе мелиорациялауға субсидия күләме артҡан

Премьер-министр Михаил Мишустиндың бойороғо менән төбәктәр араһында 668 миллион һум өҫтәмә аҡса бүленгән. Өҫтәмә аҡса 32 төбәктә мелиорация сараларына, шул иҫәптән һуғарыу һәм таҙартыу системаларын, гидротехник ҡоролмаларҙы төҙөүгә һәм яңыртыуға, шулай уҡ ерҙәрҙе ағастан һәм үләндән таҙартыуға йүнәлтелә. Республикаға  121 миллион һум өҫтәп бүленә.

    Әйткәндәй, ошо маҡсатҡа ағымдағы йылда федераль ҡаҙнанан бөтәһе 9,4 миллиард һум аҡса бүленгән булған. Министрҙар Кабинетында билдәләүҙәренсә, сығымдарҙы үҙәк менән берлектә финанслау ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр фондын киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк, был агросәнәғәт комплексының тотороҡло үҫешен һәм илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген булдырыу өсөн эшләнә.

       2021 йылдан башлап, мелиорация комплексын үҫтереү һәм ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе әйләнешкә һөҙөмтәле йәлеп итеү дәүләт программаһы тормошҡа ашырыла. Уның төп маҡсаты - 13 миллион гектарҙан ашыу ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе әйләнешкә индереү.

      Мелиорация системаларын - 3,6 миллион гектарҙа, химик мелиорацияны 2,8 миллион гектарҙа булдырыу күҙаллана. Һыу режимы ҡулланыуҙы яйға һалыу  1,35 миллион гектар майҙанда булдырылырға тейеш.

    Ун йыл эсендә программаны тормошҡа ашырыуға 500 миллиард һум бүленәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: