+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
10 Август 2023, 09:00

Сикләүҙәргә ҡарамаҫтан мал аҙығы экспорты арта бара

2023 йылдың ете айында Башҡортостанда Европа һәм Таможня союздары илдәренә мал аҙығын экспортлау 40 процентҡа артҡан. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сикләүҙәргә ҡарамаҫтан мал аҙығы экспорты арта бара
Сикләүҙәргә ҡарамаҫтан мал аҙығы экспорты арта бара

  Ғинуарҙан авгусҡа тиклем май экстракцияһы заводтары дөйөм ауырлығы 106,267 мең тонна булған грануллы көнбағыш шротын Беларусияға, Германияға, Латвияға, Нидерландтарға, Норвегияға 1510 партия тейәп оҙатҡан. Сағыштырыу өсөн, 2022 йылдың ошо уҡ осоронда төбәктән 63,86 мең тонна грануллы көнбағыш һәм рапс шроты тейәп оҙатылған.

         Башҡортостандың Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығының  иген һәм орлоҡ сифатына контроллек итеү белгестәре лаборатория тикшеренеүҙәре өсөн мал аҙығы өлгөләрен һайлап алған. Тикшереү һөҙөмтәләренә ярашлы, подкарантин продукцияһы Европа һәм Таможня союздарының фитосанитар хәүефһеҙлеге талаптарына яуап биргән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: