+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
24 Август 2023, 08:10

Ҙур агропарк төҙөлә

Өфө районының Подымалов ауылында «Таврос Агропарк» агропаркына тәүге нигеҙ ташы һалынды. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ҙур агропарк төҙөлә
Ҙур агропарк төҙөлә

Проект буйынса инвестициялар күләме 25 миллиард һум тәшкил итәсәк, 1,5 мең эш урыны булдырыу күҙаллана. Был агропарк төбәктең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге нигеҙҙәренең береһе буласаҡ. Бында республиканың аграр хужалыҡтары, аҙыҡ-түлек етештереүсе предприятиелар өсөн ҙур үҙәк, аҙыҡ-түлекте  күмәртәләп һатыу баҙары буласаҡ.

«Таврос» вәкилдәре белдереүенсә, инвестициялар күләме башта 10 миллиард һум тәшкил итәсәк, ә резиденттарҙың артабанғы капитал һалыуын иҫәпкә алғанда, 2025 йылға проектты капиталлаштырыу 25 миллиардҡа етеүе мөмкин, ти улар.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: