+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
28 Сентябрь 2023, 08:20

Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу дауам итә

Шәкәр сөгөлдөрө майҙандарының өстән бер өлөшө йыйып алынған. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сөгөлдөр сәскән хужалыҡтар 12 мең гектар (сәсеү майҙанының өстән бер өлөшө) йыйып алған. Республикала бөтәһе 460 мең тонна тамыраҙыҡ ҡаҙып алынған. Уңдырышлылыҡ һуңғы йылдарҙа иң ҙуры - гектарынан яҡынса 400 центнер. Иң күп сөгөлдөр Шишмә районында йыйып алынған - 118,5 мең тонна, 61 мең тонна - Благовар районы хужалыҡтарына һәм  52 мең тонна - Әлшәй районы хужалыҡтарына тура килә.

        Ике шәкәр заводы ла туҡталышһыҙ эшләй, улар яңы уңыш сөгөлдөрөнән 16 мең тонна шәкәр етештергән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: