+9 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
1 Ноябрь 2023, 14:55

Әбйәлилдәр бүләкләнде

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың агросәнәғәт комплексы һәм аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Әбйәлилдәр бүләкләнде
Әбйәлилдәр бүләкләнде

Бүләкләнеүселәр араһында алдынғы механизаторҙар, тракторсылар, хужалыҡ һәм предприятиелар, тармаҡ министрлыҡтары, ведомство учреждениелары етәкселәре һәм белгестәре, эшҡыуарҙар һәм фермерҙар бар ине. Ордендар, миҙалдар, маҡтаулы исемдәр һәм грамоталар 51 кешегә бирелде.

    Шулар араһында Әбйәлилдән, район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Наил улы Солтанов - “Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы  хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Первомай ауылынан алдынғы фермер Вәкил Тимербулат улы Нигматуллин – Башҡортостан республикаһының Почет грамотаһы менән буләкләнде.

 “Красная Башкирия” ЯСЙ хеҙмәткәре Риф Ғәлиуллин, һөнәре буйынса мал аҙығы әҙерләүҙә иң яҡшыһы тигән исемгә лайыҡ булды һәм Башҡортостан  Хөкүмәте дипломы һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде.

 

Уларҙы ҡотлайбыҙ, киләсәктә уңыштар теләйбеҙ!

Әбйәлилдәр бүләкләнде
Әбйәлилдәр бүләкләнде
Әбйәлилдәр бүләкләнде
Әбйәлилдәр бүләкләнде
Әбйәлилдәр бүләкләнде
Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: