+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
16 Ноябрь 2023, 07:45

116 мең гектар ер әйләнешкә индерелергә тейеш

Башҡортостанда 2030 йылға тиклем 116 мең гектар самаһы ер ауыл хужалығы тәғәйенләшендә әйләнешкә инергә тейеш. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

116 мең гектар ер әйләнешкә индерелергә тейеш
116 мең гектар ер әйләнешкә индерелергә тейеш

Рәсәй Хөкүмәте былтыр төбәктәргә ерҙәрҙе мелиорациялау өсөн  саралар бүлеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Был сәсеүлектәрҙе һуғарыу, кәрәк ерҙәрҙе киптереү системаларын, гидротехник ҡоролмаларҙы төҙөү һәм реконструкциялау, өҫтәмә әйләнешкә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр индереү өсөн бүленә.

         Шуныла билдәләр кәрәк, октябрҙә РФ Хөкүмәте төбәктәргә ерҙәрҙе мелиорациялау буйынса  тағыла өҫтәмә рәүештә 5,7 миллиард һум самаһы аҡса бүлеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Унан Башҡортостан өҫтәмә 78,4 миллион һум аласаҡ. Йыл аҙағына тиклем республикала  1,2 мең гектар ерҙе әйләнешкә индереү бурысы тора.

       Республиканың ауыл хужалығы министрлығында мелиорация һәм ерҙәрҙе әйләнешкә индереү менән шөғөлләнгән компанияларға субсидиялар биреүҙең яңы тәртибе әҙерләнгән. Улар ошо маҡсаттағы сығымдарының 50 процентын ҡаплай аласаҡ.

Әйткәндәй, һуңғы биш йылда республикала 3,5 мең гектар майҙанда туғыҙ яһалма һуғарыу проекты һәм тупраҡты эзбизләү буйынса өс проект тормошҡа ашырылған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: