+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
20 Декабрь 2023, 09:32

Ауыл хужалығы предприятиеларын яңыртыуға 212 миллион һум бүленә

Башҡортостан аграрийҙарына  агросәнәғәт комплексы объекттарын төҙөүгә һәм модернизациялауға киткән сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға илдең резерв фондынан 212,2 миллион һум аҡса бүленә. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ауыл хужалығы предприятиеларын яңыртыуға 212 миллион һум бүленә
Ауыл хужалығы предприятиеларын яңыртыуға 212 миллион һум бүленә

Рәсәйҙең 54 төбәгенә был маҡсатҡа бөтәһе 7,9 миллиард һум аҡса бүленгән.

Был  аҡсаға һөт фермаларын, һаҡлағыстарҙы, селекция, орлоҡсолоҡ һәм тоҡомсолоҡ үҙәктәрен төҙөүгә һәм ремонтлауға киткән сығымдарҙың бер өлөшө ҡапланасаҡ. Бының өсөн ил буйынса 100-ҙән ашыу инвестиция проекты (69 һөт фермаһы, 24 һаҡлағыс, йомортҡа етештереү өсөн өс репродуктор һ.б.) һайлап алынған.

       Аҡса шулай уҡ һөт продукцияһының айырым төрҙәрен мотлаҡ маркировкалау өсөн маркировкалау ҡорамалдарын һатып алыуға киткән сығымдарҙы

ла ҡаплауға йүнәлтеләсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: