+9 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
9 Ғинуар , 20:31

Фермер хужалыҡтарына федераль бюджеттан 8 миллиард һум самаһы йүнәлтелә

Рәсәй Хөкүмәте 2024 йылда аграрийҙарға ярҙам итеү өсөн 8 миллиард һум самаһы аҡса бүлә. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фермер хужалыҡтарына федераль бюджеттан 8 миллиард һум самаһы йүнәлтелә
Фермер хужалыҡтарына федераль бюджеттан 8 миллиард һум самаһы йүнәлтелә

Хәҙер төбәктәр аграрийҙарға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе үҙаллы билдәләйәсәк.

       2023 йылда федераль бюджеттан был маҡсатҡа 6,3 миллиард һум аҡса йүнәлкән булған, был бәләкәй агробизнесҡа 19,4 меңгә яҡын кешене йәлеп итергә мөмкинлек биргән.

        Һәр төбәк субсидия алыу шарттарын үҙе билдәләйәсәк. "Агросәнәғәт техникаһы, ҡорамалдар арзаныраҡ буласаҡ. Улар өсөн уның хаҡын компенсациялау 60 процентҡа тиклем арттырылды", – тигән Премьер министр Михаил  Мишустин.

        Ярҙам "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау" федераль проекты сиктәрендә атҡарыла. Бынан тыш, "Агро стартап" грантын алыусылар хәҙер еләк культуралары үҫентеләрен һатып алыуға ла аҡса тотона  аласаҡ.

Проект фермер хужалыҡтарын һәм ауыл хужалығы кооперативтарын булдырыу һәм үҫтереү, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙан тауарҙар һатып алыу һәм башҡа эштәр өсөн субсидиялар бүлеүҙе күҙ уңында тота.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: