+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
11 Ғинуар , 07:50

Ауыл хужалығы продукцияһы экспорты 28,5 миллиард һум тәшкил иткән

2023 йылда Башҡортостандан ауыл хужалығы продукцияһы экспорты күләме 314 миллион доллар йәки әлеге курс буйынса  28,54 миллиард һум тәшкил иткән. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ауыл хужалығы продукцияһы экспорты 28,5 миллиард һум тәшкил иткән
Ауыл хужалығы продукцияһы экспорты 28,5 миллиард һум тәшкил иткән

«2023 йылда беҙ 44 илгә 314 миллион долларлыҡ продукция экспортланыҡ. Предприятиеларға иң юғары стандарттар буйынса сертификация үтеүҙә оператив ярҙам күрһәтеү өсөн лабораторияларыбыҙҙы әүҙем яңыртабыҙ. Яңы дәүләт ярҙамы арҡаһында өс йыл эсендә туғыҙ объектты яңыртырға һәм предприятиеларыбыҙ өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтергә ниәтләйбеҙ", - тип белдергән  республиканың Ауыл хужалығы министры Ильшат Фәзрахманов.

      Әйтәйек, 2022 йыл менән сағыштырғанда ауыл хужалығы продукцияһы экспорты күләме 8,3 процентҡа артҡан, йәки республика етештереүселәре 290 миллион долларлыҡ ауыл хужалығы продукцияһын сит илгә оҙатҡан.

      БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева республикала экспортерҙар өсөн төрлө ярҙам саралары ғәмәлдә булыуын хәбәр итте.

      "Айырыуса беҙҙең экспортерҙар логистика сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға субсидиялар менән ҡыҙыҡһына. 2023 йылда был хеҙмәт менән 19 предприятие файҙаланған. Төбәк бюджетынан был маҡсатҡа 50 миллион һум бүленгән, ә хупланған экспорт күләме 1,5 миллиард һум тәшкил иткән», — тип аңлатма биргән М.Болычева.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: