+9 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
11 Ғинуар , 08:10

Өс ветеринария лабораторияһы модернизацияланған

Башҡортостанда өс ветеринария лабораторияһы модернизациялауға 11,5 миллион һум субсидия алған. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өс ветеринария лабораторияһы модернизацияланған
Өс ветеринария лабораторияһы модернизацияланған

2023 йылда субсидияларҙың дөйөм суммаһы 11,45 миллион һум тәшкил иткән.   Был 2022 йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк булған. Башҡортостан ғилми-производство ветеринария лабораторияһының Мәләүез филиалына 10,4 миллион һум йүнәлтелгән, тағы ла 1 миллион һумдан ашыуы Шишмә һәм Ауырғазы райондары  ветеринария станцияларына бүленгән. Был аҡсаны лаборатория биналарҙы капиталь ремонтлауға, лаборатория-ара сағыштырыу һынауҙарына, хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуға йүнәлтеүгә, ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтелгән.     Был хайуандарҙың инфекцион һәм паразитар ауырыуҙарын яҡшыраҡ диагностикаларға мөмкинлек бирәсәк, тауарҙарҙың хәүефһеҙлеген арттырасаҡ.

     - Төбәк традицион рәүештә продукцияның киң ассортиментын экспортлай, уның сит илдәргә оҙатыу йүнәлештәре йыл һайын арта бара. 2023 йылда беҙ 44 илгә 314 миллион долларлыҡ продукция экспортланыҡ. Предприятиеларға иң юғары стандарттар буйынса сертификация үтеүҙә оператив ярҙам күрһәтеү өсөн лабораторияларыбыҙҙы әүҙем яңыртабыҙ. Дәүләт ярҙамы арҡаһында өс йыл эсендә туғыҙ объектты яңыртырға һәм предприятиеларыбыҙ өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтергә планлаштырабыҙ, — тип хәбәр иткән БР Ауыл хужалығы вице-премьер — министры Илшат Фәзрахманов.

Ветеринария лабораториялары «Башҡортостан республикаһында  агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау» төбәк проекты, «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә субсидия алғандар.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: