+9 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
27 Ғинуар , 06:20

Йәш белгестәргә - 750 мең һум

Ауыл хужалығына эшкә килгән йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы  суммаһы 2023 йылдан бер кешегә 500 меңдән 750 мең һумға тиклем артты. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Йәш белгестәргә - 750 мең һум
Йәш белгестәргә - 750 мең һум

Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығында дәүләт ярҙамы алыуға конкурста ҡатнашырға теләгән йәш белгестәрҙән документтар ҡабул ителә. Ул агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына ярҙам итеү буйынса республика программаһы сиктәрендә күрһәтеләсәк.

Ауылхужалығына йәштәрҙең эшкә килеүенә булышлыҡ итеүсе был программа ауыл хужалығы үҫеешенә үҙ өлөшөн индерәсәк һәм шуның менән “Агросәнәғәт комплексын үҫтереү”  милли проектын бойомға ашырыуҙа ла алға ҙур аҙым.

Дәүләт ярҙамын алыуға конкурста ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһының ауыл ерендә урынлашҡан агросәнәғәт комплексы ойошмаларында эшкә урынлашырға тейеш. Ғариза һәм һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн кәрәкле документтар 2024 йылдың 9 февраленән 14 февраленә тиклем БР Ауыл хужалығы министрлығының ғилми-белем биреү учреждениелары менән үҙ-ара эш итеү бүлегендә (Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106-сы йорт, 306-сы бүлмә) ҡабул ителә.

Бөтә кәрәкле мәғлүмәтте һәм документ өлгөләрен түбәндәге һылтанма буйынса күсереп алырға мөмкин: https://agriculture.bashkortostan.ru/documents/active/540842/

Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 218-05-40, 218-05-44

Автор:
Читайте нас: