+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
7 Февраль , 08:12

Башҡортостандан 13,8 мең тонна көнбағыш ҡалдығы гранулаһы экспортлаған

2023 йылда Башҡортостандан көнбағыш ҡалдығы гранулаһын етештереүселәр продукция экспортын ике тапҡырға арттырған. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостандан 13,8 мең тонна көнбағыш ҡалдығы гранулаһы экспортлаған
Башҡортостандан 13,8 мең тонна көнбағыш ҡалдығы гранулаһы экспортлаған

Ошо йылдың тәүге айында, малдар өсөн юғары протеинлы мал аҙығы өҫтәмәләренең экспорт партияларының дөйөм ауырлығы 13 798 тонна тәшкил иткән. Был үткән йылғы кимәлдә.

    Әткәндәй, Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы уҙған йылдың ғинуарынан декабренә тиклем республиканың май экстракцияһы предприятиелары тарафынан Европа һәм Таможня союздары илдәренә оҙатылған 175,266 мең тонна грануланған көнбағыш ҡалдығын контролдә тотҡан.

    Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә,  2030 йылға сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар экспортын 2020 йыл менән сағыштырғанда 70 процентҡа арттырыу талап ителә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: