+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
20 Февраль , 16:18

Аҙыҡ-түлек тармағы предприятиеларына ярҙам буласаҡ

Башҡортостанда һуңғы ике йылда, аҙыҡ-түлек тармағын үҫтереү программаһы ярҙамында, 100-ҙән ашыу производство,  башлыса технологик ҡорамалдар, һыуытҡыс камералар, махсус автотранспорт, маркировкалау өсөн ҡорамалдар алып етештереүҙе арттырған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Аҙыҡ-түлек тармағы предприятиеларына ярҙам буласаҡ
Аҙыҡ-түлек тармағы предприятиеларына ярҙам буласаҡ

Был программаны  тормошҡа ашырыу барышында,  төбәк бюджетынан ҡорамалдар һәм техника һатып алыуға киткән  сығымдарҙың 40 проценты субсидиялана, әммә бер предприятие  5 миллион һумдан артыҡ ала алмай. Шулайҙа, 2023 йылдан өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелгән предприятиелар 15 миллион һумға иҫәп тота ала.

      2022-2023 йылдарҙа төбәк бюджетынан, эшкәртеү ҡеүәттәрен яңыртыуға 150 миллион һум йүнәлтелгән. Ике йылда предприятиелар, 405 миллион һумға 350 берәмек техника һәм ҡорамал һатып алған булған.

      2024 йылда етештереүселәрҙең ихтыяжы иҫәпкә алынып, был ярҙам дауам ителәсәк, республика бюджетынан 100 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: