+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
21 Февраль , 17:19

Ике миллион тонна аҙыҡ-түлек етештерелгән

Уҙған йылда Башҡортостандың аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары 160 миллиард һумлыҡ продукция һатҡан,  был 2022 йылға ҡарағанда 6,5 процентҡа күберәк. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ике миллион тонна аҙыҡ-түлек етештерелгән
Ике миллион тонна аҙыҡ-түлек етештерелгән

Дөйөм алғанда, төбәктә аҙыҡ – түлек етештереү индексы-100,1 процент, эсемлектәр 101,9 процент тәшкил иткән. Былтыр етештереү күләменең артыуы бөтә төп позицияларҙа ла күҙәтелгән. Атап әйткәндә, республика һөт һәм һөт продукцияһы (үҙ – үҙен тәьмин итеү-121,6 процент), сусҡа ите (140 процент), һыйыр ите (108,1 процент) буйынса үҙ ихтыяждарын тулыһынса тәьмин иткән. Эске ихтыяждан шәкәр (6,7 тапҡырға) һәм үҫемлек майы (6,8 тапҡырға) күберәк етештерелгән. Шулай уҡ картуф (149 процент), ҡыяр (108 процент) һәм помидор (152 процент) етештереү баҙар ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә.

        Республикала ғәмәлдәге дәүләт ярҙамы саралары аҙыҡ-түлек етештереүгә ыңғай булышлыҡ итә. Мәҫәлән, 2023 йылда һөт эшкәртеүҙе дәртләндереүгә тармаҡҡа 93 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелгән, 17 һөт заводы һатып алынған һөт буйынса сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплай алған. 84 ауыл хужалығы кооперативы пайсыларҙан сеймал һатып алыу һәм эшкәртеүҙе үҫтереү өсөн 212 миллион һумдан ашыу аҡса алған. Федераль министрлыҡтың (CAPEX) яңы сараһы алты һөт заводында маркировкалау ҡорамалдарын һатып алыуға һалынған 40 миллион һумды компенсациялауға мөмкинлек биргән.

       Бынан тыш, 2022 йылдан республикала аҙыҡ-түлек тармағын үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыла. Төбәк бюджеты средстволары иҫәбенә аҙыҡ-түлек продукцияһы етештереүселәр ҡорамалдарҙы һәм техниканы яңыртыуға сығымдарҙың 40 процентын субсидиялай ала. Ике йыл эсендә был сара 100-ҙән ашыу производствоны яңыртырға мөмкинлек биргән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: