+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
14 Март , 07:50

Ауыл хужалығына 3 меңгә яҡын белгес кәрәк

Башҡортостандың ауыл хужалығында кадрҙар етешмәү проблемаһы һаҡлана. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ауыл хужалығына 3 меңгә яҡын белгес кәрәк
Ауыл хужалығына 3 меңгә яҡын белгес кәрәк

   Һуңғы биш йылда республиканың агросәнәғәт комплексында эшләүселәр һаны 14 процентҡа кәмегән.

      2024 йылда тармаҡта белгестәр етешмәү   2,9 мең самаһы кеше булһа, шуларҙың 940-ы-механизаторҙар һәм водителдәр. Әйткәндәй, 2023 йылда төбәктең агросәнәғәт комплексыда 50 меңдән ашыу кеше мөшғүл булған. Республикала, йәштәрҙе ауыл ерендә ҡалдырыу буйынса күрелгән сараларға ҡарамаҫтан, агросәнәғәт комплексында кадрҙар етешмәү проблемаһы йылдан — йыл көсәйә бара.

     Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы алты йылда предприятиеларҙың кадрҙар менән тәьмин ителеше түбәндәгесә:

2018 йылда - 58 847 ;

2019 йылда -  56 251;

2020 йылда -  51 526;

2021 йылда -  48 846;

2022 йылда -  50 692;

2023 йылда -  50 608 кеше.

     Күренеүенсә, хеҙмәткәрҙәр һаны пандемия осоро йылдарынан ҡырҡа кәмей башлаған.

Шулайҙа, республикала ауыл хужалығы һөнәрҙәренең абруйын күтәреү буйынса күп саралар күрелә. Былтыр мәктәптәрҙә 38 агрокласс һәм уҡыусылар өсөн 12 производство майҙансығы булдырылған. Йәш белгестәр, 2023 йылда 750 мең һумдан 100 грант алған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: