Уныңса, мәктәптең алтынсы класынан башлап буласаҡ аграр сектор белгестәрен әҙерләү бөгөн тармаҡта кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙең берҙән-бер ысулы булып тора. Ул, был фекерен Өфөлә үткән «Агросәнәғәт комплексының яңы реалиялары: трансформация, цифрлаштырыу, кооперация» агросәнәғәт форумының пленар ултырышында белдергән.
"Тармаҡта етешмәгән потенциалды, кеше ресурстарын ҡайҙан алырға, был ресурсты ҡайҙан табырға? Беҙҙең ҡарашҡа, ул алтынсы синыфтан алып уҡыусы балаларҙы йүнәлешле уҡытыу, әҙерләү. Беҙ быны теләйбеҙме, теләмәйбеҙме, был бөгөнгө көндә эшләй алған берҙән-бер ресурс. Шуға күрә бөгөн 127- е агрокласс эшләп килә, беҙгә кәм тигәндә 200 агроклассҡа еткерер, 10 — ға яҡын агромәктәп асырға кәрәк, был киләсәктә ауыл хужалығы белгестәре булһын өсөн эшләнә », - тигән И. Фәзрахманов.
Министрлыҡ етәксеһе билдәләүенсә, киләсәктә ҙур бәйләнеш: агрокластар — агромәктәп — колледждар — аграр университеттар эшләй башларға тейеш.
"Әгәр бөгөн быны эшләмәһәк, иртәгә һуң буласаҡ һәм бер кем дә эшләмәйәсәк. Ә башҡа төбәктәр кеүек, мигранттарға һәм башҡа кешеләргә ставка яһау мөмкинлеге юҡ, һәм бында, моғайын, хәүеф тә күберәк», — тип билдәләй ул.