+11 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
4 Апрель , 07:50

Урал аръяғы аграрийҙары өсөн агроконференция үтте

Бөрйән районында "Шүлгәнташ" музей комплексы майҙансығында Урал аръяғының һигеҙ районы өсөн зона агроконференцияһы үтте. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Урал аръяғы аграрийҙары өсөн агроконференция үтте
Урал аръяғы аграрийҙары өсөн агроконференция үтте

БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов баҫыу эштәре башланғанға тиклем бик аҙ ҡалыуын, яҙҙың иртә килеүен билдәләгән.

Май һәм июнь башында Урал аръяғы биләмәһендә яуым - төшөм әҙ булыуын һәм йылы булыуын, һуңынан июнь һәм июлдә ямғыр яуыуы, ә урып-йыйыу ваҡытында йәнә ҡоро һауа торошо көтөлә, тигән.

Йылдың нисек килеүенә ҡарамаҫтан, үҙ мөмкинлектәреңә күберәк таянырға кәрәклеген. Бының өсөн техниканы ваҡытында ремонтларға һәм яңыртырға, ҡыҫҡа арауыҡта сәсеүҙе атҡарырға һәм уңышты йыйып алырға, ашламалар индерергә, технология талаптарын теүәл үтәргә кәрәк тип, һыҙыҡ өҫтөнә алған.

Ағымдағы йылда сәсеү эштәренең хаҡы 15 процентҡа, йәки 24-25 миллиард һумға тиклем артасаҡ. Шул уҡ ваҡытта, аграрийҙар өсөн льготалы ҡыҫҡа сроклы кредиттар ставкаһы 6,8 - 10 процентҡа тиклем күтәрелгән (2023 йылда - 5 процент).

Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, быйыл 32 мең гектар һөрөнтө ерҙе әйләнешкә индереү, 1 гектар сәсеүлеккә 34 килограмдан кәм булмаған минераль ашламалар индереү планлаштырылған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: