+9 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
11 Апрель , 08:05

Ауыл хужалығы техникаһы торошо нисек?

Башҡортостанда  йылдың беренсе кварталында 1,5 миллиард һумға 325 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ауыл хужалығы техникаһы торошо нисек?
Ауыл хужалығы техникаһы торошо нисек?

Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ауыл хужалығы техникаһын һатып алыу һан буйынса 45 процентҡа кәмегән.

Уҙған йылдың беренсе кварталында республика аграрийҙары 2 миллиард һумға 595 берәмек техника һатып алған булған.

    Ағымдағы йылдың ғинуар—март айҙарында техниканы һатып алыуға иң күп сығымдарҙы Саҡмағош районы предприятиелары атҡарған. Бында 134 миллион һумға 13 машина һатып алынған. Икенсе урында — Күгәрсен районы, унда паркты яңыртыуға 82 миллион һум тотонолған, өсөнсөлә-Стәрлебаш районы, 78 миллион һум.

     Быйыл аграрийҙар өсөн дизель яғыулығының һиҙелерлек ҡиммәтләнеүе проблема булып тора. Әгәр 2023 йылдың сәсеү миҙгеле башланыр алдынан бер тонна дизель 49,9 мең һум торһа, хәҙер тәьмин итеүселәр 68 мең һумдан яғыулыҡ ебәрә, был 36 процентҡа ҡиммәтерәк.

    Әйтәйек, быйыл сәсеү өсөн республика буйынса бөтәһе 39 мең тонна яғыулыҡ кәрәк. Әлеге ваҡытта хужалыҡтарҙа 20 мең тонна яғыулыҡ тупланған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: