+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
25 Апрель , 08:37

Иранға игендең тәүге партияһы оҙатылған

Башҡортостан тәүге тапҡыр Иранға иген экспортлаған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Иранға игендең тәүге партияһы оҙатылған
Иранға игендең тәүге партияһы оҙатылған

 Ғафури районы предприятиеһы  Ислам республикаһына дөйөм ауырлығы 572 тонна булған мал аҙығы арпаһын 25 тимер юл вагонында оҙатҡан.

Бөтә партия Россельхознадзор ҡарамағындағы һынау лабораторияһында тикшерелеп, талап ителгән экспертизалар үткән.

      Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре буйынса хәүефле организмдарҙың карантинға эләккән  продукцияларҙа булмауы асыҡланған, бөтә продукция импортлаусы илдең талаптарына тап килгән. "ВНИИЗЖ" федераль дәүләт бюджет учреждениеһының үҫемлекселек  продукцияһына фитосанитар һығымталары нигеҙендә 25 фитосанитар сертификат бирелгән.

    Әйткәндәй, беренсе кварталда республиканан иген экспорты уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 34 процентҡа артҡан һәм 157,3 мең тонна тәшкил иткән. Иген һәм уны эшкәртеү продукттарын Афғанстан, Бельгия, Беларус, Германия, Ҡытай халыҡ республикаһы, Грузия, Дания, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа бер нисә дәүләт һатып алған.

     Иранға ауыл хужалығы продукцияһын оҙатыу ассортиментын һәм күләмен киңәйтеү пландары тураһында 2023 йылдың мартында билдәле булғайны. Дөйөм алғанда, Иран киләсәктә Башҡортостан менән тауар әйләнешенең йылына 100 миллиондан 400 миллион долларға тиклем артыуына иҫәп тота.  

     Төбәк башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, киләсәктә республика Ирандың ауыл хужалығы продукцияһын Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә оҙатырға мөмкин булған логистик үҙәге була ала.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: