Башҡортостан буйынса Россельхознадзор мәғлүмәттәренә ярашлы 44 тонна продукция Сербияға оҙатылған. Ярма Европа хәүефһеҙлек нормаларына тап килеүе тикшерелгән һәм тулыһынса талаптарға яуап бирә тиелә.
Башҡортостан ил буйынса алған, ҡарабойҙайҙың яҡынса 10 процентын үҫтерә.
Билдәле булыуынса, үткән йылда Башҡортостандың 50 районында 80 мең гектарҙа ҡарабойҙай сәсеп үҫтерелгән. Был 2022 йылға ҡарағанда өстән бер өлөшкә күберәк булған.