-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
6 Июнь , 07:50

Башҡортостанда бесән әҙерләү һәм мал көтөү өсөн ер майҙаны сикләнә

Башҡортостанда граждандар файҙаланыуындағы йәки шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу, шул иҫәптән мал көтөү һәм бесән әҙерләү өсөн файҙаланылған ер участкаларының рөхсәт ителгән дөйөм майҙаны 2,5 гектар кимәлендә билдәләнә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостанда бесән әҙерләү һәм мал көтөү өсөн ер майҙаны сикләнә
Башҡортостанда бесән әҙерләү һәм мал көтөү өсөн ер майҙаны сикләнә

Төбәк парламенты ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһындағы законға тейешле төҙәтмәләрҙе беренсе уҡыуҙа ҡабул иткән. Проектты республика прокуратураһы әҙерләгән.

"Закон проекты граждандарҙа файҙаланыуҙа булған, йәки шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу өсөн файҙаланылған ер участкаларының максималь рөхсәт ителгән дөйөм майҙаны тураһындағы закондың положениеһын аныҡлай. Ер участкаларының дөйөм майҙаны, шул иҫәптән граждандарҙың милек хоҡуғындағы ер участкалары, 2,5 гектарҙан артмаҫҡа тейеш.Шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыуға ауыл хужалығы малдарын көтөү һәм бесән сабыу ҙа инә», — тип билдәләй Дәүләт Йыйылышы спикеры Константин Толкачев.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: