+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
6 Июнь , 08:00

Путин ауыл хужалығы продукцияһына хаҡтарҙың артыуына юл ҡуймаҫҡа ҡушҡан

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәлә ҡырау төшөү сәбәпле ауыл хужалығы продукцияһына хаҡтарҙың артыуына юл ҡуймау өсөн саралар күрергә ҡушҡан. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Путин ауыл хужалығы продукцияһына хаҡтарҙың артыуына юл ҡуймаҫҡа ҡушҡан
Путин ауыл хужалығы продукцияһына хаҡтарҙың артыуына юл ҡуймаҫҡа ҡушҡан

Ул, Ауыл хужалығы министры Оксана Лутты ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам итеү буйынса саралар күрергә саҡырған. «Эске баҙарҙа хаҡтарҙың күтәрелеүенә килтермәһен өсөн ярҙам сараларын һуҙмағыҙ»,-тигән Владимир Путин.

     Бынан тыш, Президент Ауыл хужалығы министрлығы башлығынан баҙарҙа алма дефициты буйынса асыҡлыҡ индереүҙе һораған.

    “ Был-ҡырауға бирешкән продукцияның төп төрө, шуға күрә хәҙер алынасаҡ продукция буйынса  прогнозды 1,5 миллион тоннаға тиклем кәметәбеҙ", - тип яуаплаған Лут. Уның һүҙҙәренсә, насар һауа шарттары осрағында Рәсәй ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн төп ярҙам сараһы — ауыл хужалығын страховкалау. 2024

йылда ведомство бөтә сәселгән майҙандарҙың 14 процентын страховкалаясаҡ.

    Билдәле булыуынса, май башында Рәсәйҙең үҙәк төбәктәрендә аномаль һыуыҡ һауа торошо күҙәтелде. Был ауыл хужалығы культураларының һәләк  булыуына килтерҙе. Иҫәпләүҙәр буйынса, бер миллион гектарҙан ашыу майҙанда сәсеүлектәр һәләк булған,  600 мең гектарҙа ныҡ зыян күргән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: