+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
13 Июнь , 08:31

Сәсеү эштәре тамамланды

Республиканың вице – премьеры, Ауыл хужалығы министры  Илшат Фәзрахманов хәбәр итеүенсә, төбәк аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәрен тамамлаған тиерлек. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана   

Сәсеү эштәре  тамамланды
Сәсеү эштәре тамамланды

Яҙғы культуралар 2 млн гектарҙан ашыу ерҙә, шул иҫәптән иген һәм ҡуҙаҡлы культуралары менән 1,3 млн гектарҙа сәселгән. Иң ҙур майҙанды Хәйбулла (76 мең гектар) һәм Баймаҡ (73 мең гектар) райондары сәскән. Бынан тыш, 470 мең гектарҙы майлы культуралар биләй, был алынған пландан 7 процентҡа күберәк. Шәкәр сөгөлдөрө  57 мең гектарҙа сәселгән, был план буйынса алынған майҙандан 13 процентҡа күберәк.

      Республика хужалыҡтарында сәсеүлектәрҙе тәрбиәләүгә,  химик утауға һәм ҡоротҡостарға ҡаршы эшкәртеүгә, шулай уҡ мал аҙығы әҙерләү башланған. Баҫыу

эштәренең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн төбәк аграрийҙары ауыл хужалығы машиналарының техник паркын яңыртыуҙы дауам итә. Мәҫәлән, ағымдағы  йыл башынан 4,3 миллиард һумға 898 берәмек техника һатып алынған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: