+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
27 Июнь , 08:35

"Инвестәғәттә" яңы проекттар хупланды

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы «Инвестиция сәғәте»н үткәргән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана   

"Инвестәғәттә" яңы проекттар хупланды
"Инвестәғәттә" яңы проекттар хупланды

Унда иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында яңы проекттар ҡаралған. Өфө районының Зубово ауылында мини-футбол менән шөғөлләнеү өсөн спорт комплексын төҙөү проекты тураһында «Водалюкс Инжиниринг» компанияһы директоры Илгиз Ғәзизов һөйләгән. Инициативаны өс йыл эсендә тормошҡа ашырырға планлаштыралар. Инвестициялар күләме 105 миллион һум тәшкил итәсәк. Комплекс асылғандан һуң биш яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Төбәктең инвестиция комитеты тәҡдим ителгән проектты хуплаған һәм уға өҫтөнлөклө статус биргән. Өфө районы хакимиәте шулай уҡ спорт объектын төҙөү өсөн ер участкаһын рәсмиләштереүгә булышлыҡ итәсәк.

 

Ултырышта шулай уҡ Иглин районында йыл әйләнәһенә «Алмалар» этномәҙәни глэмпингын ойоштороу проектын ҡаранылар.

Уны «Финанс Сервис» компанияһын ойоштороусы Евгений Исламов тәҡдим иткән. Инвестор ер участкаһын һайлаған да инде һәм 2027 йылдың аҙағына тиклем был майҙансыҡта 21 модулле торлаҡ тирмә, шулай уҡ конференц-зал, ресторан, мунса һәм спорт майҙансыҡтары төҙөргә ниәтләй. Глэмпинг территорияһында тәүге объекттарҙы 2024 йылда уҡ ҡуя башлайасаҡтар. Был маҡсатҡа бөтәһе 94,4 миллион һум йүнәлтелә. Был 24 яңы эш урыны ойошторорға мөмкинлек бирәсәк. Ярҙам саралары сифатында Инвестиция Комитеты проектҡа өҫтөнлөклө статус биргән. Иглин районы хакимиәте компанияға ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: