+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
4 Июль , 07:50

Башҡортостан предприятиелары сит илгә 6,4 мең тонна бойҙай һатҡан

Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Хәйбулла райондары предприятиелары Әзербайжанға, Ҡаҙағстанға һәм Ҡырғыҙстанға 6,4 мең тоннанан ашыу бойҙай оҙатҡан.   #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана 

Башҡортостан предприятиелары сит илгә 6,4 мең тонна бойҙай һатҡан
Башҡортостан предприятиелары сит илгә 6,4 мең тонна бойҙай һатҡан

Әйткәндәй, Башҡортостан агросәнәғәт комплексы үҙ продукцияһын донъяның 44 иленә экспортлай. 2023 йылда 327 миллион долларға 730 мең тонна продукция оҙатылған булған. Шул иҫәптән  254,4 мең тонна иген һәм майлы культуралары, уларҙың яртыһынан күберәге бойҙайға тура килгән (133,7 мең тонна). Башҡортостан бойҙайын күберәк Ҡаҙағстан һәм Тунис һатып алған. Рәсәй иҡтисады структураһында ауыл хужалығы продукцияһы экспортының өлөшөн арта бара, был «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектының төп маҡсаттарының береһе булып тора.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: