Шуларҙың 1,5 мең километрҙан ашыу юл һәм дөйөм оҙонлоғо 1 282 метрҙан ашыу булған 15 күпер «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә тәртипкә килтерелгән. Быйыл республикала дөйөм оҙонлоғо 419 метр булған һигеҙ күпер һәм 1 100 саҡрымдан ашыу юлдар ремонтланасаҡ.
«Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә 2024 йылда төбәктең иң ҙур инфраструктура проектының береһе, Өфөнән М-5 федераль трассаһына сығыусы «Көнсығыш сығыу юлы»ның беренсе этабы тамамланған. М-12 трассаһын Екатеринбургҡа тиклем оҙайтыу өсөн Башҡортостан биләмәһендә Дүртөйлө–Әчит юлы участкаһында төҙөлөш эштәре бара.