2024 йылдың биш айында Башҡортостан менән Һиндостан араһындағы тауар әйләнеше уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 3,4 тапҡырға артҡан. Үҙ-ара сауҙаның 91 проценты республиканан был илгә тауар экспортынан тора. Шуның 49,6 проценты аҙыҡ-түлек тауарҙары. Экспорттың тағы 10,7 процентын металдар һәм уларҙан изделиелар, 10 процентын химия сәнәғәте һәм каучук продукцияһы тәшкил итә. Һиндостан шулай уҡ Башҡортостандан яғыулыҡ-энергетика тауарҙары һәм машиналар эшләү продукцияһын һатып ала.
Әйткәндәй, 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Һиндостан республиканың тышҡы иҡтисади партнерҙары иҫәбендә 2,1 процент өлөш менән 12-се урынды биләгән. Былтыр Башҡортостан был илгә башлыса химия сәнәғәте продукцияһын һәм каучук (40,5%), машиналар эшләү продукцияһын (23%), яғыулыҡ-энергетика тауарҙарын (18%), аҙыҡ-түлек тауарҙарын (16%) оҙатҡан.