«Ағымдағы йылда 2,8 миллион гектарҙа уңыш йыйып алырға кәрәк, шуларҙың 1,6 миллиондан ашыуы — иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары. Уңышҡа фараздар яҡшы - 3,5 миллион тоннанан кәм булмаған иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары, 600 мең тоннанан кәм булмаған майлы культуралар», — тип хәбәр иткән Фәзрахманов.
Әйткәндәй, 19 июлдә Нуриман районында урып-йыйыу кампанияһына рәсми старт бирелде.Әлеге ваҡытта18райондаигенйыйыу эштәре башланған. Алтырайондамайлы культуралар йыялар. 24 июлгә игендең тулайым йыйымы32 мең тоннанан ашыу тәшкил иткән.
Шуныла әйтер кәрәк, республика аграрийҙары 2024 йылдың беренсе яртыһында 3 миллиард һумға дәүләт ярҙамы алған. Шуның 1,8 миллиарды, йәғни 60 проценты, республика бюджетынан бүленгән. Берҙәм субсидия рәүешендә ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә бер миллиард һум еткерелгән. Ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуға тағы ла бер миллиард һум субсидия бүленгән. Иген етештереүгә һәм һатыуға — 350 миллион һум, минераль ашламалар һатып алыуға 250 миллион һум бүленгән. Берҙәм субсидияға фермерҙарға һәм ауыл хужалығы кооперативтарына гранттар, агростраховкалау, һөт етештереү һәм тоҡомло мал алыу өсөн түләүҙәр инә.