+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль , 07:40

Кемпингтар буйынса 25 проект бар

Башҡортостанда «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты ярҙамында кемпингтар һәм автокемпингтар урынлаштырыу буйынса 25 проект тормошҡа ашырылған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Кемпингтар буйынса  25 проект бар
Кемпингтар буйынса 25 проект бар

Уларҙы тормошҡа ашырыуға 83,5 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы йүнәлтелгән, инвесторҙарҙың үҙ саралары 103,5 миллион һум тәшкил иткән. Кемпингтар һәм автокемпингтар 20 муниципалитетта урынлашҡан. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 75 эш урыны булдырылған. Улар тирмә, А-фрейма, барнхаус, сафари-тент, геосфера рәүешендә төҙөлгән. Һәр береһендә 2-нән 6-ға тиклем йоҡо урыны бар. Модулдәр тирәһендә усаҡ зонаһы, мангал, эскәмйәләр менән өҫтәлдәр, ҡайһы берҙәрендә сауна һәм мунса чаны бар. Артабан территорияларҙы төҙөкләндереү, ял, спорт зоналарын, кафе төҙөү планлаштырыла.

        Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә туристик тармаҡты системалы үҫтереүҙә кемпингтар селтәрен булдырыуҙың мөһимлеге хаҡында телгә ала. Ул республикала ойошторолған кемпингтарҙа, глэмпингтарҙа, ял базаларында туристарҙы урынлаштырыу өсөн 600-гә яҡын өҫтәмә номерҙары буласағы тураһында белдерһе.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: