Дөйөм алғанда, ил буйынса бер сутый ергә хаҡ уртаса 25 процентҡа артҡан, йәки 243 мең һум тәшкил итә. Илдә иң ҡиммәтле ер участкалары Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта (бер сутый ер, 1,1 миллион һум самаһы), Дағстанда (810 мең), Краснодар крайында (684 мең) һәм Севастополдә (605 мең) һатыла. Иң арзан ерҙәр Киров, Смоленск, Липецк, Орлов, Ҡурған, Псков һәм Новгород өлкәләрендә теркәлгән.
Һуңғы йылдарҙа ҡала ситендәге күсемһеҙ милек баҙарҙың иң үҫешкән сегменттарының береһе булып тора. Ер участкалары популярлығы буйынса әҙер йорттарҙан ҡалышмай, халыҡ йыш ҡына үҙ аллы өй төҙөргә тырыша. Һөҙөмтәлә илдең күпселек төбәктәрендә ер участкаларының хаҡы ҡала ситендәге йорттарға ҡарағанда тиҙерәк арта бара. Халыҡҡа шәхси йорт төҙөүгә "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты, Ғаилә ипотекаһы, йәш ғаиләләргә ҡағылышлы хөкүмәт программалары булышлыҡ итә.