Ағымдағы күрһәткес уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 40 процентҡа юғарыраҡ. Уңыштың күп өлөшөн ужым бойҙайы игене, 94,5 мең тонна, ҡалғандары — арыш, тритикале һәм башҡа культуралар булған.
Бөгөн республиканың 26 районында уңыш йыйыу башланған. Ауырғазы һәм Стәрлетамаҡ райондарында 17 мең һәм 18 мең гектар майҙанды йыйып алғандар. Был ике районда уңыш гектарынан 40 центнерҙан ашыу тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта баҫыуҙарҙа эштәр быйыл үткән йәйгә ҡарағанда әкрен бара. Ураҡҡа ямғырҙар ҡамасаулай. Әйтәйек, уҙған йылдың 30 июленә республика буйынса 150 мең гектар иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары йыйып алынған, ә дөйөм һуғыу 380 мең тонна иген тәшкил иткән.