Былхаҡта республиканың вице-премьеры – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр иткән.Шулай уҡ, республикала майлы культураларҙы йыйыу һәм мал аҙығы әҙерләү эштәре дауам итә.
Ағымдағы йылда, бөтәһе 2,2миллион гектар майҙанда ауыл хужалығы культураларын, шул иҫәптән 1,3 миллион гектарҙа яҙғы культураларҙы, 380 мең гектарҙа ужым культураларын һәм 500 мең гектарҙа майлы культураларҙы йыйып алырға кәрәк буласаҡ.
- Республиканың 34 элеваторында 4 миллион тоннаға яҡын иген һәм майлы культураларҙы һаҡларға мөмкин. Әлегә, ундағы иген запастары яҡынса бер миллион тонна тәшкил итә. Ауыл хужалығы предприятиелары йыл башынан 1,4 мең берәмек яңы ауыл хужалығы техникаһы, шул иҫәптән 330 сәсеү һәм тупраҡ эшкәртеү машинаһы, 220 трактор, 106 иген йыйыу комбайны һатып алған. Республика баҫыуҙарында бөтәһе 2,6 мең иген йыйыу комбайны эшләргә әҙер, тигән И. Фәзрахманов.
Вице-премьер һауа шарттарының тотороҡһоҙ булыуын һәм яуым-төшөмдөң күп булыуын билдәләп, урып-йыйыу кампанияһы уртаса йыллыҡ күрһәткестәрҙән ҡалышыуын билдәләгән.Мал аҙығын әҙерләүҙә һуҙылыуын әйткән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, ҡайһы бер муниципалитеттар мал аҙығы менән тәьмин итеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәр. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, иң түбән күрһәткестәр – Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр, Көйөргәҙе, Салауат һәм Ҡыйғы райондарында.
- Ауылдағы кешеләрбесән эшләй алмай.Бесәнһеҙҡышҡаинеүҡурҡынысыянай.Ямғырҙарҙан зыян күргән муниципалитет башлыҡтарынан Хөкүмәт менән берлектә был мәсьәләлә кешеләргә нисек ярҙам итә алыуыбыҙҙы билдәләүегеҙҙе һорайым, - тигән Радий Хәбиров.