Экспорт күләме 50 мең тоннаға, йәғни 2023 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 17,5 процентҡа артҡан. Бер йылда Башҡортостан игенен һатып алыусы контрагенттар исемлеге 13 — тән 19-ға тиклем киңәйгән. Республика игенен һәм уны эшкәртеү продукттарын Афғанстан, Бельгия, Беларусь, Германия, Ҡаҙағстан, Иран, Сербия, Төркиә, Швейцария һәм башҡа дәүләттәр һатып ала. Был осорҙа республика бөтәһе 126 мең тонна бойҙай, 81 мең тонна арпа, 23 мең тонна етен, 10 мең тоннаға яҡын борсаҡ, 2,5 мең тоннанан ашыу сафлор экспортлаған. Шулай уҡ сит ил контрагенттарына 2,5 мең тонна һоло һәм башҡа ҡуҙаҡлы иген, иген һәм мал аҙығы культуралары оҙатылған. Төбәк аграрийҙары шулай уҡ сит илдәргә нут, ҡарабойҙай, шипкә, расторопша, вики һәм башҡа культуралар һатҡан.